-9 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
22 Декабрь 2018, 00:28
Луганскиға – Яңы йыл бүләктәре
Лицейыбыҙҙа «Бөтә йөрәктән» акцияһы уҙҙы. Уның барышында һәр синыф Луганск Халыҡ Республикаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп балаларына Яңы йылға күстәнәстәр алып килде.
Беҙ, лицей уҡыусылары, барыбыҙ ҙа халҡыбыҙҙың легендар улы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, атаҡлы генерал-майор тураһында яҡшы беләбеҙ. Уның исемен Башҡортостанда мәктәп, урамдар һәм тыуған ауылы йөрөтә. Геройға Өфөнөң Дан аллеяһында һәм тыуған ауылында һәйкәл ҡуйылған.
Беҙ шулай уҡ батырыбыҙҙың Луганскиҙа ерләнгәнен белдек. Петровское ҡалаһының 22-се мәктәбе Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтөүен ишеткәс, ғорурлығыбыҙ тағы ла артты. Был ҡалала Шайморатов майҙаны һәм Башҡорт атлылары скверы ла бар икән.
Акция ваҡытында бик күп тәмлекәстәр, бүләктәр йыйылды. Һәр синыф сәхнәгә сығып, 22-се мәктәп балаларына Яңы йыл теләктәрен әйткәс, фотоға, видеоға төштөк. Уларҙы беҙ бүләктәргә ҡушып ебәрәсәкбеҙ.
Бындай акцияларҙа бик теләп ҡатнашам. Мин ул балаларҙы белмәйем, әммә беҙҙең йылы ҡулдарыбыҙ тейгән бүләктәребеҙҙе, тәмлекәстәребеҙҙе алып ҡыуанасаҡтарын күҙ алдына килтерәм. Яңы йылға тиклем күстәнәстәребеҙҙе «Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов тапшырасаҡ. Уның ҡыҙы беҙҙең лицейҙы тамамланы, әле улы Динислам IV cиныфта уҡып йөрөй. Беҙ Тимерйән ағайға күстәнәстәрҙе имен-аман алып барып еткереүен, хәйерле юлдар теләйбеҙ.
Яңы йылды бөтә балалар ҙа ҡыуанып ҡаршы алһындар!
Гөлнәзирә ҒӘЛИНА, V «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы.
Читайте нас в