+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
26 Декабрь 2018, 13:52

«Төрки телдәр шиғриәте» кисәһе үтте

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары менән берлектә гимназиябыҙҙа «Төрки халыҡтары шиғриәте» исемле бик матур сара ойошторолдо.

Уны башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе,тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, филология фәндәре кандидаты, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев асып ебәрҙе. Үҙенең ҡыҫҡа, әммә йөкмәткеле сығышын ул балалар менән диалог рәүешендә алып барҙы. Артабан һүҙҙе Гөлнара Нәжип ҡыҙы Хәлфетдинова алды. Йәш шағирә төрки халҡы телдәренә ҡайһы халыҡтар теле инеүен, ни тиклем оҡшаш икәнлеген уҡыусыларға аңлатып, ғағауыз, үзбәк телдәрендә яҙылған шиғырҙарҙың аудиояҙмаһын ишеттерҙе. Ҡаҙаҡ, яҡут, ғағауызсанан үҙенең тәржемәләрен дә тамашасыларға еткерҙе. Китапханаға төрлө телдәрҙә баҫылған китаптарҙы ла бүләк итте.
Гимназиябыҙҙың һандуғасы, туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Элина Хәкимовның «Сулпан», ә БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты егеттәре Инсур Кинйәбаев һәм Динар Ғайсин башҡарыуында моңло башҡорт йырҙары, Фәдис Иҙрисовтың «Рекрут» бейеүе кисәгә рух һәм дәрт кенә өҫтәне.
Студенттар Света Михайлова, Динар Ғайсин төрки телдәрендә шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе.
Кисәне, туған телебеҙҙе яратырға, өйрәнергә һәм тырышып уҡырға, тигән теләктәрен белдереп, гимназиябыҙҙың директоры Илһам Зиннур улы Ғайсин тамамлап ҡуйҙы.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: