+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
27 Декабрь 2018, 16:41

Юбилейға - бүләктәр

Беҙҙең өсөн декабрь бигерәк тә уңышлы булды.

Гимназиябыҙ 2019 йылда 60 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ошо тантанаға уҡыусылар, уҡытыусылар бүләк әҙерләй. Ниндәйме? Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып һәм призлы урындар яулап, гимназиябыҙҙың данын арттыралар.
11 декабрҙә Өфөлә үткән Башҡорт теле көнөнә арналған республика слётында шиғыр һөйләү конкурсында II урын алған X синыф уҡыусыһы Гөлназ Үтәгәнова (етәксеһе: Г.Ф. Йосопова), тәржемә буйынса III дәрәжәле дипломға лайыҡ булған Наҙгөл Хәлитова (IX синыф, етәксеһе: Ә.Ғ.) Рәжәпова барып ҡайтҡайнылар, 14 декабрҙә Ишембайҙағы 2–се башҡорт-гимназияһы үткәргән «Зәки Вәлиди уҡыуҙары”нда ла Г.Ф. Йосопова етәкселегендә бер төркөм уҡыусыларыбыҙ бик уңышлы сығыш яһап ҡайттылар: X cиныфтан Розалина Сөләймәнова, Наҙгөл Рәхимова, Гүзәл Әмәкәсова, Гөлназ Үтәгәнова призлы урындар алды.
Был Республика фәнни-ғәмәли конференцияһынан егеттәребеҙ ҙә ситтә ҡалманы. IX синыфтан Рамаҙан Йосопов,Фәрхүд Уразбахтин, етенсенән Рәсил Әхтәмов интеллектуаль уйында ҡатнашып, II урын алып ҡайттылар. Һәм бына тағы ла бер бүләк: Стәрлетамаҡта уҙғарылған Республика “Йәш хәбәрсе” конкурсында X синыф уҡыусыһы Розалина Сөләймәнова II урын алып ҡайтты (етәксеһе – З.И. Усманова). Розалина ҡалабыҙ тураһында бик матур, йөкмәткеле эссе яҙған.
Уҡыу йылы аҙағына тиклем гимназистарыбыҙ беҙҙе тағы ла уңыштары менән һөйөндөрөр тигән теләктә ҡалабыҙ.

Гөлдәриә ҒАЙСИНА, XI синыф уҡыусыһы, «Рухи мираҫ» түңәрәге ағзаһы.

Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: