-8 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
28 Декабрь 2018, 13:43

Ғорурланып һөйләнем

Районыбыҙҙа йыл да Шәжәрә байрамы ойошторола. Быйыл мин дә унда ҡатнаштым, үҙебеҙҙең педагогтар династияһы тураһында һөйләнем. Былтыр Өфөлә ҙур сәхнәлә сығыш яһағайным, шуға ҡаушаманым. Тәүҙә Гөлнара апайым Баһауетдинова гитарала уйнап, әсәйем, ҡустым Амил Баһауетдинов менән бергәләп үҙебеҙ сығарған «Династия» йырын башҡарҙыҡ. Шунан мин ҡыҫҡаса ғына 649 йыл эш стажы йыйылған педагогтар династияһы тураһында бәйән иттем. 1773 йылғы Биккенә исемле мулла бабайым Иҫке Ҡандра ауылында йәшәгән. Уның улы – 1803 йылғы Мусакәлим Биккинин да, ейәндәре – 1834 йылғы Ярулла Мусакәлимов та, 1849 йылғы Сәлмән дә указной мулла булған.

1853 йылғы Иҙиәтулла Мусакәлим улы 7 йыл батша армияһында хеҙмәт иткән, һуңынан мәҙрәсәлә уҡытҡан. 1860 йылғы Мирғазиян Ярулла улы ла Йәрмөхәмәт мәҙрәсәһендә мәзин булған. Ҡарт олатайым – 1913 йылғы Зәйҙулла Иҙиәтулла улы Бәләбәй педучилищеһын тамамлаған, география, татар теленән белем биргән, Йәрмөхәмәт ете йыллыҡ мәктәбенең директоры вазифаһын биләгән. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Сталинград һуғышында ҡаты яраланған. Бәләбәй педучилищеһынан һуң мәктәпкә эшкә ебәрелгән. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Мөслимә Усман ҡыҙына өйләнгән.

Һуғыш ваҡытында ир-ат уҡытыусылар фронтҡа киткәс, өләсәйем ике синыфты ҡушып, 57 баланы бергә уҡытҡан. Хәтирәләре Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш яралаған бала саҡ» йыйынтығында баҫылды. Уларҙың Лена һәм Мөъминә исемле ҡыҙ­ҙары Ульяновск педагогия институтын тамамлап, тыуған ауылына урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Шулай итеп, Йәрмөхәмәт мәктәбендә 1964 йылдан Иҙиәтуллиндар ғаиләһенән 4 кеше эшләй. 1942 йылғы Мөъминә Зәй­ҙулла ҡыҙы 40 йыл уҡытып, хаҡлы ялға сыға. 11 уҡыусыһы уның юлынан китә. Араларында филология фәндәре кандидаттары ла бар. Өләсәйем – Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы.
Әсәйем Ләлә Фәнүр ҡыҙы 26 йыл урыҫ һәм башҡорт телдәренән балаларға белем бирә. Ул өс тапҡыр Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеп, Санкт-Петербургта уҙғарылған форумдарҙа ҡатнашты. Әсәйемдең уҡыу­сылары ла Рәсәй, республика, район кимәлендә ойошторолған бик күп бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулай. Үҙен балалар бик ярата.
Гөлнара Фәнүр ҡыҙы – Туймазы ҡалаһының 21-се балалар баҡсаһында алдынғы тәрбиәсе. Уның төркөмөндә балалар иламай, үҙе кеүек йырлай, бейей, гармунда уйнай. Еңгәм Гөлзифа Урал ҡыҙы ла – тәрбиәсе, Өфөлә 219-сы балалар баҡсаһында эшләй.
Династия тураһында ошоларҙы һөйләнем, бөтәһе лә иғтибар менән тыңланы. «Педагогтар династияһы» номинацияһында еңеү ҙә яуланым. Мин үҙемдең ата-бабаларым менән ғорурланам.

Айгизә АБЗАЛОВА, IV синыф уҡыусыһы.


Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.

Читайте нас: