– Бының өсөн ПВА елеме, стержень, ҡайсы ғына кәрәк буласаҡ. Иҫке гәзитте ҡырҡып, 30 төрөпкә төрәбеҙ. Береһенә икенсеһен ялғап йәбештерәбеҙ. Бер яғында – 2, икенсе яғында 3 итеп беркетәбеҙ. Әҙер булғас, гуашь менән теләгән төҫкә буяп ҡуйырға ғына ҡала, – тип серҙәрен асты ул.
Уңыштары менән илһамланып, үҙ бизнесы хаҡында ла уйлана башлаған Гөлзиә. Бер пар сабата Өфөлә 2 мең 500 торһа, ул 500 һумға ҡуймаҡсы. 10 сабата һатып 5 мең килем алырға мөмкин. Әйткәндәй, быйыл йәй еләк-емештең мул сағын файҙаланып, ата-әсәһе менән бергә һатыу итеп өлгөргән дә икән. Ысын эшҡыуар сыҡмаҫ, тимә, хатта тәнәфес ваҡытында ла сабата үреү менән мәшғүл. Яңыраҡ фәнни-эҙләнеү эштәре конкурсында ла сабата үреү буйынса эшен яҡлап, яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп ҡайтҡан. Хатта Мәскәүгә «Лучше всех» тапшырыуына ла барасаҡмын, тигән был уңған ҡыҙға ни тип әйтәһең инде. Һоҡланырға ғына ҡала.