+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яңы үрҙәр яуларға теләй

Һәләтле бала үҙенең фекерләү ҡеүәһе, төрлө фәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһы­ныу­санлығы менән башҡаларҙан айыры­лып тора.

Ғәҙәттә, уларҙың хәтере һәйбәт үҫешкән, фекерләүе үҙенсәлекле була. Улар бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, мәктәптә, ҡала һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша.

Шундайҙарҙың береһе – Ҡабан йылында тыуған Софья Шокурова. Ул V синыфта уҡый. Олимпиада булһынмы, берәй конкурсмы – гел алдынғылар рәтендә. Мөләйем йөҙлө, ихлас күңелле һәм бик тырыш бала ул. «Яңы йылдан нимә көтәһең?» тигән һорауға уйлап та тормай: «Әлбиттә, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға теләйем», – тине Софья. Бындай уҡыусылар менән эшләүе лә рәхәт. Уға һәр башланғысында уңыштар, яуланаһы яңы үрҙәр һәм һүнмәҫ дәрт теләйбеҙ.

Гөлназ ЙОСОПОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.
Читайте нас: