+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Концерт менән тамамланыҡ

Ауыл мәҙәниәт йортонда Ғаилә йылын йомғаҡлап, Ташбулат мәктәбенең (директоры – Басир Зәйтүнов) уҡыусылары ата-әсәләр комитеты (рәйесе – Миңзәлә Абдуллина) менән берлектә, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Лилиә Солтанова етәкселегендә йөкмәткеле концерт ҡуйҙы.

Төрлө кимәлдәге конкурс еңеүселәре бейеүҙәре, йырҙары менән, белем усағында эшләп килгән өлгөлө «Йәйғор», урта төркөмдөң «Шоңҡар» бейеү ансамблдәре (етәкселәре – Нәркәс Нурғәлина), башланғыс синыф уҡыу­сыларының «Ангелочки» вокал төркөмдәре (етәксеһе – Лилиә Солтанова) сығыш яһаны. Улар­ҙың концерт номерҙары «Гәлсәр» вокал ансамбле, тик ата-әсәләр комитеты ағзаларынан торған вокал коллективының йырҙары, айырым ғаиләләр­ҙән – Баязитовалар, Солтановалар, Хөшшәмовтарҙың, Әлиә Фәтхуллина, Еүәйрә Иҙрисо­ва, Гөлфиә Ғариповаларҙың көй-моңдары менән үрелеп бар­ҙы.
Ташбулатта эшләп килгән кудо (етәксеһе – Владимир Остапченко) секцияһында шө­ғөлләнгән, бер йыл эсендә күбеһе шәмәхә билбауға эйә бул­ған, ярыштарҙа ҡатнашып, тәүге миҙалдарын яулап өлгөргән балаларҙың сәхнәлә кихон һәм Илмир Зәйнетдинов менән өйрәнеү һуғышын күрһәтеүе иң ҡыҙыҡлы сығыштарҙың береһе булды. Был кисәлә иң әүҙем ата-әсәләр Маҡтау ҡа­ғыҙҙары менән дә бүләкләнде.

Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА, ата-әсәләр комитеты ағзаһы.


Әбйәлил районы.


Читайте нас: