+7 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
11 Ғинуар 2019, 17:00
Мин бәхетле!
Күлдәргә бай, матур тәбиғәтле Әбйәлил ерендә донъяға килгәнмен. Тыуған ауылым Яңы Балапан Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан. Унда бик тырыш кешеләр йәшәй. Береһенән-береһе матур йорттар, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәсет, магазиндар, клуб бар. Ауылымдың уртаһынан Саңдүҙәк шишмәһе аға.
Ә бөгөн мин һеҙгә үҙемдең ғаиләм тураһында һөйләгем килә. Атайым менән әсәйем алты балаға ғүмер бүләк иткән. Иң өлкән апайым Әлиә – инглиз теле уҡытыусыһы, үҙ ғаиләһе менән баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәйҙәр. Артур һәм Азамат ағайымдар контракт буйынса хеҙмәт итәләр. Азалиә апайым туғыҙынсы синыфта тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Кинйәбеҙ Салауатҡа ике генә йәш булыуға ҡарамаҫтан, төрлө һөнәрҙәре менән ҡыуандырып, кис һайын беҙгә концерт күрһәтә. Мин үҙемдең ғаиләмде бик ныҡ яратам.
Атайымды ауылда, алтын ҡуллы, тиҙәр. Ул семәрләп тәҙрә яңаҡтары, ҡапҡалар яһай, оҫта итеп мейес сығара. Ә әсәйемдең тәмле итеп ҡойған буҙаһы, ыҫланған ҡороттары телеңде йоторлоҡ. Ул ҡул эшенә лә оҫта. Беҙгә йылы ойоҡтар, бейәләйҙәр бәйләй. Атай менән әсәйгә беҙ ҙә ярҙам итәбеҙ. Йәй көнө күмәкләп бесән әҙерләйбеҙ, еләк, бәшмәк йыябыҙ, артҡанын һатып та ебәрәбеҙ.
Баҡса үҫтереү серҙәренә беҙҙе лә өйрәтәләр. Мин бәхетле ошондай матур, татыу ғаиләлә йәшәүемә. Киләсәктә Башҡортостаныбыҙға кәрәкле кеше булып үҫермен, илебеҙгә файҙа килтерермен, атайым һәм әсәйем кеүек матур, эшһөйәр булырмын, тип уйлайым.
Розалиә МӨХӘМӘҘИЕВА, IV синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Яңы Балапан ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән