+8 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
11 Ғинуар 2019, 17:52
Шыршы байрамында ҡатнашҡан
Йыл һайын республика Шыршы байрамында Күмертауҙан да балалар ҡатнаша. Был бәхет беҙҙең гимназиянан VIII «Б» синыфы уҡыусыһы Ғәли Торошевҡа йылмайҙы. Хәйбулла районында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән егет бында бишенсенән алып уҡый. Үҙе «дүртле», «бишле» билдәләренә генә өлгәшә.
2016 йылда халыҡ-ара «Яңы дәрес» проектында математика буйынса интернет блиц-турнирында III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ә бишенселә уҡығанында ошо конкурста еңеү яулағайны. Ғәли милли көрәш менән шөғөлләнә. Күмертау ҡалаһы беренселегендә өс йыл рәттән беренсе урын алды. Спорт мастеры, Рәсәй чемпионы Исмәғилев призына XIII республика ярышында һәм Шайморатов генерал кубогына алышта III урынға сығып ҡыуанды.
– Бер бәйгелә лә призлы урынһыҙ ҡалғаным юҡ. Тренерым Әсҡәт Әкрәм улы Шәрипов мине ныҡышмал, тәүәккәл булырға ла өйрәтә. Атай-әсәйем уңыштарыма ныҡ шатлана, – ти ул.
Өфөгә Шыршы байрамына Күмертауҙан улар 14 уҡыусы барған. Бик оҡшаған үҙенә. Каникул мәлендә лә тик тормаған: йорт эштәрендә ата-әсәһенә ярҙамлашҡан, бәләкәс һылыуҙарын ҡарашҡан.
Ләйлә КИЛМӘТОВА, VIII «В» синыфы уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?