Шулай итеп, 2019 йылдың беренсе ярты йыллығында IV cиныфтан Радмир Ғәлиев (быйыл башҡорт теленән район кимәлендә уҙғарылған олимпиадала II урын алды), V синыф уҡыусыһы Рания Ишмөхәмәтова («Аҡмулла шишмәһе – 2018» район конкурсында, «Әйтеш» номинацияһында – II урын), VI синыфтан Азалина Сафиуллиналар («Аҡмулла шишмәһе – 2018» район конкурсында, «Аҡмулла нәсихәттәре» номинацияһында – II урын) «Йәншишмә»не уҡып шатланасаҡ. Рания менән Азалина – икеһе лә күп балалы ғаиләнән.
Яңы йыл һеҙгә тик изгелек, эшегеҙҙә һәм шәхси тормошоғоҙҙа сағыу тәьҫораттар, ҡыуаныстар килтерһен.
Эльвира ҒАЙСИНА, мәктәп директоры, Миләүшә ӘСФӘНДИӘРОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.