+12 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
11 Ғинуар 2019, 17:04
Өйгә ҡайтырға ашығабыҙ
Дәрестәр бөтөп, түңәрәктәрҙә шөғөлләнгәс, ҡустым менән өйгә ҡайтырға ашығабыҙ. Азамат робототехниканы ярата. Республика буйынса үткән бәйгеләрҙә ҡатнашып, Маҡтау ҡағыҙҙары ла алды. Әсәйемдең ишек асып инерен көтөп кенә торабыҙ. Минең өсөн уның йылмайыуын күреүҙән дә бәхетлерәк мәл юҡтыр!Эйе, әсәйемдең йөҙө гел яҡты ҡояштай булһын. Уны борсомаҫҡа тырышабыҙ. Әлеге ашығып ҡайтыуыбыҙҙың да сәбәбе бар: өйҙә үҙебеҙсә тырышып, аш-һыуҙар әҙерләп торабыҙ. Ризыҡ тәмле килеп сыҡһын өсөн күңел һалып башҡарыу кәрәклеген күптән инде унан өйрәндем.
Әсәйем гимназиябыҙ китапханаһында бына 18 йыл инде эшләй. Китаптарын, сабыйҙарҙай күреп, һөйөп-һөйөп ала ул! Эшенән йәм табып йәшәй белә әсәкәйем! Ҡул эштәре менән мауыға, янып торған мәрйендәрҙән селтәр нағышлап алды.
Тәҙрәләрҙә уттар балҡығас, инде эшенән һуң ғына бушаған атайымдың ҡайтыуын күмәкләп көтәбеҙ. Ул бер эштән дә ҡурҡып тормай. Ҡулына аттестат алыу менән шофёр һөнәрен үҙләштерә. Әрме сафына киткәнсе төрлө эштә йөрөй. Ил һағынан һуң крансы булып эшен дауам итә.
Йәйге каникул ваҡыттарын ғаиләбеҙ менән Үткәл ауылында уҙғарабыҙ. Бында атайымдың әсәһе Маныя өләсәйем йәшәй. Ул 5 бала тәрбиәләгән. 40 йыл һауынсы булған. Әле өләсәйемә – 86 йәш. Ауырып киткәс, уның янына йышыраҡ барырға тырышабыҙ. Быйыл ҡыҙыл көртмәле уңды. Яңы ғына әҙерләнгән ҡайнатма менән һыйлап, үҙенән әллә нисә ҡат рәхмәт һүҙҙәре ишеттем. Ҡасандыр гиҙгән тау-урмандарын бик һағына ул. Үҙ ҡулдары менән емеш-еләк өҙөп ҡаба алған осорҙарына кире ҡайта алмауына эсе бошоңҡорай.
Өләсәйем ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп тора. Серле һандығын асып, ҡаттар һалып тегелгән күлдәген, тәңкә, ялтырауыҡ, затлы таштар менән биҙәлгән камзулын кейһә, мөғжизәле һаҡалын тағып алһа, унан да бәхетлерәк кеше юҡтыр!
Тиҙерәк һауыҡ, ҡәҙерле өләсәй!
Азалиә ШӘҒӘЛИНА, IX синыф уҡыусыһы.
Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән