+13 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
25 Ғинуар 2019, 15:10
Өфөнән – яҡшы кәйеф менән!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада минең күңелемдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Өс көн дауамында барған сәмле ижади ярышта туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, күренекле шәхестәребеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе белеүебеҙҙе, әңгәмә ҡороу оҫталығыбыҙҙы күрһәттек.
Был мәртәбәле бәйгелә районыбыҙ намыҫын Әбүбәкерҙән Айгүзәл Билалова, Мәҙинә Акилова, Йәнтештән мин, Данил Хәлимов, Сиҙәмдән Мәҙинә Рамаҙанова, Нурия Ласынова, Татырүҙәктән Альбина Сыңғыҙова, Аҡъярҙағы 2-се мәктәптән Карина Прозорова, Яңы Ергәндән Дилфүзә Мәмбәтова, Степнойҙан Линара Борисовалар яҡланы.
Беренсе көн ярыштан һуң етәкселәребеҙ Фирүзә Иштәкбаева менән Гөлнара Назаровалар беҙҙе Салауат Юлаев майҙанында урынлашҡан шыршы янына алып барҙы. Күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төштөк. Бик күңелле булды.
Иртәгеһенә лә һынауҙар бөткәс, күргәҙмә үҙәгендәге тарихи паркты барып күрҙек. Уның һәр бер залында тарихи шәхестәр тураһында бай мәғлүмәт тупланған. Сәғәт ярым барған экскурсия һиҙелмәй ҙә үтеп китте.
Ниһайәт, көтөп алған бүләкләү көнө һәм ваҡыты етте. Йөрәк тулҡынлана. Һигеҙенселәр араһында – Данил Хәлимов, ә туғыҙынсылар бәйгеһендә мин призёрҙар исемлегенә индек. Икебеҙҙең дә Йәнтеш мәктәбенән булыуыбыҙ оло ҡыуаныс. Ә Татырүҙәктән ун беренсе синыф уҡыусыһы Альбина Сыңғыҙова олимпиаданың еңеүсеһе тип билдәләнде.
Беҙҙе Өфөгә алып барған райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмә етәксеһе Фирүзә Әхмәҙулла ҡыҙына һәм Йәнтеш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Мөҙәрис ҡыҙына, Аҡъярҙағы 1-се мәктәптең автобус шофёры Мәжит ағайға, шулай уҡ мәғариф бүлеге начальнигы Юлай Сиражетдиновҡа, район мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методика бүлеге етәксеһе Ғәни Бикбаевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Илгинә ҒИЛӘЖЕВА, IX синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән