+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хоҡуҡ батшалығына сәйәхәт

Ҡышҡы һыуыҡ мәлдә беҙҙең балалар китапханаһына 21-се лицей­ҙың икенсе синыф уҡыусылары ашыҡты. Улар өсөн бында хоҡуҡ батшалығына сәйәхәт ойошторолдо. Сара хоҡуҡ өлкәһенә арналған кроссворд сисеүҙән башланды, унан ҡанундар, уларҙың кеше тормошондағы роле хаҡында һөйләштеләр. Йәш китап уҡыусылар был көндө күп мәғлүмәт алды. Ни өсөн ҡанундар яҙылыуы тураһында ла аңлаттылар.

Танып-белеү өлөшө тамамланғас, уйындарға күстеләр. Һәр кемдең үҙ исеменә хоҡуғын аңлатыр өсөн тауышландырылған тылсымлы эшләпә ярҙамға килде. Кисә аҙағында театр түңәрәгенең йәш артистары ҡурсаҡтар менән хоҡуҡҡа арналған спектакль ҡуйып, балаларҙың алған белемдәрен тағы ла нығытып ҡуйҙы.

Зөлфиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, 7-се моделле балалар китапханаһының мәғлүмәти-консультация секторы мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: