-5 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
1 Февраль 2019, 13:23
Саҡыра гитара ҡылдары
Тәүге тапҡыр «Ҡош юлы»на әсәйем дуҫтары менән күрешеү өсөн алып барғайны. Беҙҙең районда уҙҙы был фестиваль. Ундағы серле мөхит арбаны. Ниңә балалар өсөн «Ҡош юлы» юҡ икән, тип уйлап өлгөрмәнем, был фестиваль тураһында иғлан сыҡты… Унда миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Гитара менән мауығыуым Сибай ҡалаһындағы уҙғарылған беренсе ҡала фестиваленә алып килде. «Бәйләнештә» сайтында «Музыка юлдары буйлап» тигән сараның үтеүе тураһында иғлан күреп ҡалыу менән ике тойғо көрәшә башланы: барырғамы, юҡмы? Көнө килеп еткәс тә уйлана инем. «Барайыммы икән?» – тип әсәйемә өндәшәм. Ул: «Ана, тиҙ генә «Бәйләнештә»н машина ҡара», – ти. Ысынлап та, шулай иттем.
Сибай институтына барып, теркәлеү үтәм. Нисек килдең, ҡалайтып ҡайтаһың, тип жюри ҡыҙыҡһына. Ағайым бында уҡығас, бер ни ҙә ҡурҡытмай.
Бына конкурс башланды. Бөтәһе 30 ҡатнашыусы, таныш йөҙҙәр ҙә бар. Уҡыусыларға ҡарағанда студенттар күберәк. Кемдер үҙе яҙған көйҙө лә башҡарҙы. Абруйлы жюри сығышыбыҙҙы баһаланы. Баһалама төркөмө рәйесе, Сибай ҡала Советының депутаты, сәнғәт колледжының директор урынбаҫары Виктор Николаевич Тюрин ҡатнашыусыларға үҙенең теләктәрен дә, тәнҡитен дә еткерҙе.
Был фестиваль йыл һайын уҙғарыласаҡ. Гитара ҡылдарының моңдары бар йәш-елкенсәкте арбаһын, тигән теләктәмен. Һеҙ ҙә өйрәнегеҙ. Әйткәндәй, был конкурста мин икенсе урын менән билдәләндем. Һәр ҡатнашыусы сертификат алып ҡыуанды. Күсмә приз 9-сы лицейҙың «Эльза» музыкаль төркөмөнә тапшырылды.
Нәркәс БАЙМЫРҘИНА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.
Читайте нас в