V, VIII һәм VI, VII синыфтарҙан «Батырҙар» һәм «Отҡорҙар» командалары төҙөлөп, ҡыҙыҡлы уйын үткәрелде. Сәмле ярышты яратып ҡараныҡ.
Һәр синыф әкиәттәр сәхнәләштереп тә күрһәтте. Бишенселәр – «Кем минең әсәйем?»де, алтынсылар – «Бүре һәм кәзә бәрәстәре»н, етенселәр — «Ҡуян менән Арыҫлан»ды, һигеҙенселәр «Ҡарға ни өсөн исемен тултырып әйтмәй?»ҙе ҡуйҙы. Барыһы ла бик килештереп уйнаны.
«Ап-аҡ ҡыш шаҡый тәҙрәне» бәйгеһендә шиғырҙар ятланылар. Нәркәс Әхмәтйәнова иң оҫта һөйләүсе булып танылды.
V – VII синыф уҡыусылары «Аулаҡ өй» йолаһын бик матур итеп әҙерләп күрһәтте. Декорация, костюмдар урынлы булды. Халыҡ уйындарын уйнанылар, бейеүҙәр башҡарҙылар, таҡмаҡтарын, әйтем-мәҡәлдәрен әйттеләр. Тамаша бөтәһенә лә оҡшаны.
Һәр көн тәнәфестә башҡорт фольклорынан алынған «Үгеҙ йөҙөк», «Көлдөрөүсе», «Боҙоҡ телефон», «Ашай-ашамай» уйындарын ҡараныҡ. Шулай уҡ «Иң күп китап уҡыусы» (Фаягөл Ғәлимова, Нәркәс Әхмәтйәнова, Линара Баязитова), «Иң етеҙ уҡыусы» (Линара Баязитова, Зәкир Мырҙагилдин, Айназ Мырҙагилдин), «Иң таҙа дәфтәр» (Азалиә Ғәлимова), «Иң әүҙем уҡыусы» (Эльвина Вәхитова, Дияз Мөхәмәтйәнов, Ильяс Шөғәйепов) номинацияларында еңеүселәр билдәләнде.
Аҙналыҡта һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы үтте. Бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға рәхмәт әйтелеп, Маҡтау грамоталары тапшырылды.
Сәүиә ЗАКИРОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Белорет районы, Ғәбдөк ауылы.