+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
15 Февраль 2019, 16:21

Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ

Аһәңле, илаһи моң яңғырау менән меңәрләгән тамашасы берҙәй тынып ҡала. Күңелдәрҙе елкендереп, бер-бер артлы бейеүселәр килеп сыҡҡас, хайран ҡалып тамаша ҡылалар. Бейеү тамамланғас, бик оҙаҡ ҡул сабып, үҙҙәрен сәхнәнән ебәрмәй торалар.

Сибай сәнғәт мәктәбенең «Осҡон» өлгөлө бейеү ансамбленең Мәскәүҙәге сығышы шулай дәррәү алҡыштарға күмелә. Мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашып, ҙур еңеү яулап ҡайт­ҡан бейеү коллективы өсөн 2019 йыл бик уңышлы башланып китте. Яңы йылдың тәүге көндәрендә баш ҡалала бер ыңғай ике бәйгелә ете бейеү менән сығыш яһап, «Планета йәйғоро» мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә ойошторолған II халыҡ-ара «Бейеү ваҡыты» хореография турнирында I, II һәм III дәрәжәле дипломдарға лайыҡ булдылар. Аҙаҡ инде ярыш сәме, дәрт алып илһамланған «Осҡон»дар «Минең халҡым күңеле» тип аталған II Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәте һәм фольклоры фестивалендә ҡатнашып, Гран-при менән бүләкләнде. Уларға шулай уҡ I, II, III дәрәжәле дипломдар тапшырыла, «Бүреләр» бейеүе менән «Иң яҡшы креатив сығыш» номинацияһында еңеү яулайҙар. Ансамблдең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сания Салауат ҡыҙы Хәйбуллинаның хеҙмәте «Иң яҡшы педагог» миҙалы менән баһалана. Һәр бейеүсегә – миҙал, ә коллективҡа ошондай мәртәбәле ярышта тағы ла ҡатнашыу хоҡуғы биргән сертификат тапшырыла. Кескәй бейеүселәр баш ҡала буйлап сәйәхәт итергә лә, төрлө яҡтан йыйылған тиңдәштәренең сығышын ҡарарға, улар менән танышып, яҡындан аралашырға ла өлгөрә. Сания Салауат ҡыҙы ойошторған ансамбль ҡалабыҙҙа 2000 йылдан алып эшләй. Сихри бейеүгә ғашиҡ йәндәрҙең оло тормошта үҙ юлын табып, изгелек орлоҡтары сәсеп йәшәүҙәренә иманым камил. Етәксегә атай-әсәйҙәр исеменән ҙур рәхмәт белдерәм.

Гөлдәр БҮКӘНОВА.

* * *

Мин Сибай сәнғәт мәктәбенең хореография синыфында шөғөлләнәм. Һәр дәресте түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Быйыл баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә конкурста ҡатнаштыҡ. Поезға тәүге тапҡыр ултырҙым. Баш ҡалаға барып еткәс, бөтә уңайлыҡтары булған ҡунаҡханаға урынлаштыҡ. Унда телевизор ҙа, һыуытҡыс та, йыуыныу бүлмәһе лә, сейф та бар ине. Егерме икенсе ҡатта йәшәнек. Ҡала залдарында, үҙәк майҙанда йыш сығыш яһаһаҡ та, бындай ҙур сәхнәлә тәүгә бейенем. Ныҡ оҡшаны. Конкурста Гран-при алыуға өлгәштек, һигеҙ кубок, ун Маҡтау ҡағыҙы бирелде, һәр беребеҙҙе миҙалдар һәм саҡырыу сертификаты менән бүләкләнеләр. Мәскәүҙә Шыршы байрамында ла, экскурсияла ла булдыҡ. Ҡыҙыл майҙанды ла күрҙек. Ҡайтып төшкәйнек, беҙҙе атай-әсәйҙәребеҙ шарҙар тотоп, ололап ҡаршыланы. Си­бай телевидениеһы ла килгән ине. Ошо мәктәпкә йөрөүемә бик шатмын.

Байрас НИҒМӘТУЛЛИН.

Читайте нас: