-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
22 Февраль 2019, 13:13

Беҙҙең уҙыр юлдарға маяҡ булып ҡалды ул!

Әбйәлил районының армыт-армыт булып һуҙылған ҡая таш­лы Ҡырҡты тауы итәгендә урынлашҡан Күсем ауылында 1909 йыл­дың 14 февралендә халҡыбыҙҙың данлы улы Таһир Тайып улы Күсимов донъяға килә.

Бөйөк яҡташыбыҙ тураһында данлыҡлы осоу­сы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев үҙенең бер очеркында былай тип яҙа: «Таһир Тайып улы Күсимовты осратҡан һайын, һоҡланып, уйҙарға сумам: хас та бала саҡта ишеткән әкиәттәге Урал батыр инде! Оҙон буйлы, тығыҙ, мөһабәт кәүҙәле, ҡояшта янған тәне, ҡарҙай ағарған сал сәстәре. Ә күҙҙәрендә һәр ваҡыт шаянлыҡ сатҡылары боҫҡан кеүек…
Күсимов нимәһе менәндер кинофильмда башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевты уйнаған халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковты хәтерләтә. Әгәр Таһир Тайып улына иртәрәк тыуырға насип булһа, тап Салауат булыр ине…»
Яңыраҡ республикабыҙ генерал-майор, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың 110 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Беҙҙә лә үтте тантана.
Гимназиябыҙ 1994 йылдан алып бөйөк баһадирыбыҙҙың исемен лайыҡлы рәүештә йөрөтә, тип әйтә алам. Беҙ, йәш күсимовсылар, уҡыу йылы башынан төплө әҙерлек башланыҡ. Ул проект «Герой эҙҙәре буйлап» тип атала.
Йолабыҙ буйынса, 14 февралдә Гимназия көнөн билдәләнек. Иң яҡшы уҡыусыға Таһир Күсимов премияһы бирелде. Уны IX синыф уҡыусыһы Нәркәс Баймырҙина алды.
Республика кимәлендә «Күсимов уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһы, кабинет – музей, интернет-викторина, Күсимов энциклопедияһы булдырыу, тыуған ауылындағы музейына экскурсиялар ойоштороу – барыһы ла проектта планлаштырылғайны.
Беҙҙең тыныс тормош өсөн йәнен аямай көрәшкән баһадирыбыҙҙың исеме онотолмай. Уның менән ғорурланабыҙ.

Ләйлә ИШБАЕВА, Таһир Күсимов исемендәге гимназияның президенты.


Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.
Читайте нас: