+9 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
22 Февраль 2019, 12:53
Кадеттар килде ҡунаҡҡа
23 февраль көнө 47-се моделле балалар китапханаһында ла билдәләнә. Атайҙарға, Ватан һаҡсыларына арналған төрлө байрам кисәләре, һалдаттар менән осрашыуҙар ойошторола.
Ошо уңайҙан беҙ Шаҡша биҫтәһендәге 78-се мәктәптең V «А» кадеттарын ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Улар үҙҙәренең синыф етәксеһе Марина Алексеевна Мусагина менән килде.
Китапханасылар ил һаҡлаусылар тураһында әңгәмә үткәрҙе, Бөйөк Ватан һуғышына арналған күргәҙмә менән таныштырҙы. Ә тағы ла бер ҡунағыбыҙ, Шаҡша биҫтәһендә йәшәгән археолог Гөлгөнәм Әхнәф ҡыҙы Имаметдинова һуғыштарҙан һуң ерҙән ҡаҙып алынған гильзаларҙы күрһәтте, гранаталар, мылтыҡтар тураһында һөйләне. Балалар бик ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Кадеттар ҙа күстәнәсһеҙ килмәгән. Глеб Володин, Дарья Пустыльникова һәм Катя Целоусова Мостай Кәримдең «Билдәһеҙ һалдат», «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғырҙарын тасуири итеп һөйләп ишеттерҙе.
Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙҙы 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлап, изге теләктәр теләп, бүләктәр менән оҙатып ҡалдыҡ.
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?