+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Интернатым – пар ҡанатым

Иртән ҡояш апай үҙенең йылы нурҙарын һибеү менән беҙҙең тормош та ҡайнай башлай. Тәмле иртәнге аштан һуң дәрестәргә ашығабыҙ. Уҡып бөткәс, сумкаларыбыҙға күп итеп «бишле»ләрҙе тейәп, интернатыбыҙға ҡайтабыҙ. Төштән һуң иһә һәр кемебеҙ үҙебеҙҙең шәхси һәләттәребеҙҙе арттырырға тырышабыҙ.

Ауылыбыҙҙа музыка мәктәбе бар. Унда оҫта итеп бейергә, ҡурайҙа уйнарға өйрәнәбеҙ. Мәктәптә көрәш, волейбол, саңғы, хоккей секцияларында шөғөлләнеп, үҙебеҙҙе физик яҡтан сыныҡтырабыҙ, үҫтерәбеҙ. Ә инде сығарылыш имтихандарын яҡшы итеп тапшырыр өсөн төрлө фәндәрҙән өҫтәмә дәрестәргә йөрөйбөҙ. Бер генә минутыбыҙ ҙа бушҡа үтмәй беҙҙең.

Әлбиттә, уҡыу көнөн гел эш менән генә үткәрмәйбеҙ. Буш ваҡытыбыҙҙа ял итергә лә өлгөрәбеҙ. Рәхәтләнеп «Йәншишмә», республикабыҙҙың башҡа төрлө гәзит һәм журналдары менән танышабыҙ. Шашка, шахмат уйындары уйнайбыҙ, мәктәп һәм ауыл китапханаларынан китаптар алып уҡыйбыҙ, йәнһүрәттәр, төрлө телетапшырыуҙар ҡарайбыҙ. Тәрбиәселәребеҙ Зөлфиә Салауат ҡыҙы һәм Азат Зөлфәҡәр улы Ғәлиевтәр менән бергә төрлө байрамдарға әҙерләнеп, уларҙы матур итеп үткәрәбеҙ.

Ә инде ял көндәрендә тыуған ауылдарыбыҙға ҡайтып, атай-әсәйгә, туғандарыбыҙға ярҙамлашабыҙ, тәмлекәстәр менән һыйланабыҙ. Яңы көс туплап, дүшәмбе көн тағы ла интернатыбыҙҙа осрашабыҙ.

Регина ӘХМӘТЙӘНОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы, Яҡшембәт мәктәбе.

Читайте нас: