-3 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
1 Март 2019, 11:34
Салауат менән осрашҡандай булдыҡ
Гимназиябыҙҙың тамаша залында Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева менән осрашыу уҙҙы. Ул беҙгә батырыбыҙ тураһында документаль фильм төшөрөлөүе, ҡыҙҙары Таңсулпан менән Зөһрәнең был ҙур эшкә илһамланып тотоноуҙары хаҡында һөйләне.
Салауат – милли батырыбыҙ. Һәр быуын уның тураһында яңы мәғлүмәттәр табырға, тормошо хаҡында күберәк белергә теләй. Салауат менән атаһын Рогервик нығытмаһына алып барған юлдан ижади төркөм 243 йылдан һуң тағы ла бер тапҡыр үтә. Сәйәхәттәре алдынан улар батырыбыҙҙың тыуған ауылы урынына барып, бәләкәй тоҡсайҙарға ер һалып ала. Палдискиҙа Салауат төрмәлә ултырған ваҡытта төҙөлгән сиркәүҙә лә булалар. Ундағы тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән әңгәмәләшәләр, Салауат тураһында кино күрһәтәләр, батырҙарыбыҙ ябылған зиндандарҙы ла күрәләр. Салауат Юлаев, Ҡәнзәфәр Усаев, атаһы Юлай Аҙналин тураһында яҙылған берҙән-бер документ нөсхәһе менән дә танышалар. Уларға батырыбыҙ ерләнгән урынды ла күрһәтәләр.
«Салауат юлдары буйлап» фильмы беҙгә ныҡ оҡшаны. Батырыбыҙ ролен Морат Рафиҡов уйнай, ә атаһын – Илдар Ғүмәров. Фильм геройҙарының Балтик яры буйында аяҡ-ҡулдары бәйле килеш таш ташыған ваҡыттары, диңгеҙгә ҡарап уйланып тороуҙары, зиндандағы ихтилал, ҡорбан булған халыҡ тураһында һөйләшеүҙәре уйландыра. Ирекһеҙҙән, күҙгә йәштәр килә.
Милли батырыбыҙ тураһында фильм төшөргән ижади төркөмгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Фидан БӘШИРОВ, VII «В» синыфы уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән