-19 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
8 Март 2019, 20:42
«Эй, туған тел, эй, матур тел!»
Китапханабыҙҙа «Эй, туған тел, эй, матур тел!» тип аталған танып белеү уйыны ойошторолдо.
Беҙгә ҡунаҡҡа 21-се лицейҙың III «А» синыфы уҡыусылары килгәйне. Улар Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар, телдәр тураһында күпте белеүҙәрен күрһәтте, үҙҙәре ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды. «Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары», «Тылсымлы туп», «Түбәтәй» кеүек уйындарҙа ла теләп ҡатнаштылар.
Балалар буш ҡул менән килмәгәйне: башҡортса тыуған яҡ тураһында йырлап та ишеттерҙеләр, Мостай Кәримдең шиғырын да һөйләнеләр. Аҙаҡ бергәләп «Етем Төлкө» йәнһүрәтен ҡарау ҙа күңелле булды.
Зөлфиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, 7-се моделле балалар китапханаһының мәғлүмәт-консультация секторы мөдире.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в