+2 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
9 Март 2019, 15:40
Миңә көс биреүсе
Әсәйем Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы сығышы менән Стәрлебаш районынан. Атайым Фәнис менән өс улға ғүмер бүләк иткәндәр. Фәнир ағайым – Өфө дәүләт авиация техник университетын, Фаил ағайым Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлап, үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөй. Улар аҙна һайын ауылға тыуған йортҡа ҡайтып тора. Мин әлегә дүртенсе синыфта уҡыйым, «бишле» билдәләренә генә өлгәшергә тырышам.
Әсәйем бешергән ҡамыр аштары телеңде йоторлоҡ, ә ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән ҡайнатмалары, салаттары тәмле, үҙенсәлекле. Беҙ һалҡындарҙа өшөмәһен өсөн бөтә күңел йылыһын һалып, ойоҡбаш-бейәләйҙәр ҙә бәйләй.
Бик аҡыллы һәм сабыр холоҡло минең ҡәҙерлем. Балаларына ла, башҡа туғандарына ҡарата ла ныҡ иғтибарлы. Мәктәп, район кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулауымда әсәйемдең дә өлөшө ҙур, сөнки ул – минең кәңәшсем, ярҙамсым, дәртләндереп тороусым, миңә көс биреүсе илаһи бер зат.
Әсәйемде 8 Март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайым, сәләмәтлек, балаларының уңыштарына шатланып, ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйем.
Сыңғыҙ КИЛМӨХӘМӘТОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран мәктәбе.
Читайте нас в