Хәрефтәрҙән һүҙҙәр, һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөп, мәғәнәһен аңлап алһалар, күҙҙәре янып, балҡып китә кескәйҙәрҙең. Миңә ошо ҡыуаныслы мәлде күҙәтеү ҡыҙыҡ та, шатлыҡлы ла. Гимназиябыҙҙың китапханасыһы Розалиә Заһитова сәйәхәт ойоштороп, китаптар менән дуҫ булырға кәрәклеген аңлатҡас, район балалар китапханаһын да барып күрергә теләнек. Серле белем иле, ысынлап та, мауыҡтырғыс ине. Ниндәй генә китаптар, уйынсыҡтар, башватҡыстар юҡ икән бында! Район балалар китапханаһының уҡыу залына яңы йорт йыһаздары, кескәйҙәр өсөн төрлө сағыу һүрәтле йыйынтыҡтар, ҡул суҡтарын үҫтереү өсөн уйындар алынған. Балалар бында рәхәтләнеп ял итеп тә ала.