-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡтан – бүләк, дипломдар менән!

Яңыраҡ Стәрлетамаҡтағы 3-сө гимназияла «Жәлил Кейекбаев уҡыуҙары» тигән фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде. Унда беҙҙең гимназис­тар ҙа ҡатнашты һәм призлы урындар яуланы.

Ун беренсенән Розалина Ибраһимованың Мостай Кәрим ижадына арналған эше I урынға лайыҡ булды (етәксеһе – Флүзә Рәжәп ҡыҙы Харрасова). IX синыф уҡыусыһы Наҙгөл Хәлитова уҡытыусыһы Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙы Рәжәпова менән яҡташ яҙыусыбыҙ Баязит Бикбайҙың тыуған яғына арналған ижады, туғандары, ҡәләмдәштәре­нең хәтирәләре тураһында эҙлә­неү эше яҙғайны. Бының өсөн II дәрәжәле диплом менән бүләкләнде. Туғыҙынсынан Эвелина Әбсәләмова Мостай Кәримдең тәбиғәткә, ағастарға арналған ижадын анализланы. Уның фәнни проекты III урын алды (етәксеһе – Руша Рафиҡ ҡыҙы Солтанғолова).

Беҙҙең гимназистар Кейекбаев музейында ла булған. Әйткәндәй, Жәлил Кейекбаев бер нисә телде яҡшы белгән, хатта немец һәм венгр телендә яҙылған әҫәрҙәрҙе туранан-тура башҡортсаға тәржемә иткән икән. Ул башҡорт интеллигенцияһынан иң беренселәрҙән булып филология фәндәре докторлығына диссертация яҡлаған.

Республикабыҙҙың башҡа ҡала һәм райондарынан килгән тиҫтерҙәренең дә сығыштарын тыңлағандар. Улар был конкурстан илһамланып, алдағы йылдарҙа ла ҡатнашасаҡбыҙ, тигән теләктәр менән дәртләнеп ҡайтты.

Гөлназ ХӘЛИТОВА, VIII синыф уҡыусыһы.


Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас: