+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусы булырға теләй

– Бик рухлы ҡыҙ. Буш ваҡытында әҙәби китаптар күп уҡый. Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Зәйнәб Биишева ижады менән яҡшы таныш. Янғантау мәктәбендә «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Спорт менән дә шөғөлләнә. Саңғы ярыштарын ҡалдырмай. Бөтә яҡтан да өлгөлө ул, – тип маҡтай XI синыф уҡыусыһы Ал­һыу Тойғонованы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Ишморат ҡыҙы Ишбулдина.

Башланғыс белемде Ейәнсура районында алған ҡыҙға тыуған төбәге лә, Салауат районы ла берҙәй яҡын. Бәләкәй сағы үткән ерҙең тәбиғәтенә һоҡланып бөтә алмай. Ундағы ҡурсаулы ерҙәрҙе өйрәнеп, тикшеренеү эше яҙып, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла ҡатнаша. Яратып өйрәнгән башҡорт теле, география фәндәренән район кимәлендәге олимпиадаларҙа ла һынатмай, алдын­ғы урындарҙы яулай.
Сығарылыш синыф уҡыусыһы булараҡ, Алһыу күп ваҡытын хәҙер БДИ-ға әҙерләнеүгә бүлә. «Ҡайһы фән уҡытыусыһы булырға икән, тип оҙаҡ ҡына уйланып йөрөй торғас, география буйынса уҡырға барырға булдым. Имтихандарҙы һәйбәт кенә бирергә ине», – ти ул, алдағы хыялдары менән дә уртаҡлашып.

Г. РАМАҘАНОВА.

Читайте нас: