+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

100 башҡорт китабы

Ауылыбыҙ китапханаһында Райхана Булатова ойошторған «Һәр кем уҡырға тейешле йөҙ башҡорт китабы» исемле акция иғлан ителде. Һәр кем унан башҡорт китаптары алып уҡып, аҙаҡ йөкмәткеһе тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт ҡалдырырға тейеш. Иң матур яҙған авторға шәп бүләк тә әҙерләнгән.

Был акцияны беҙ, IV синыф уҡыусылары, етәксебеҙ Эльмира Морат ҡыҙы Ғәбдрәшитова менән башлап ебәрҙек. Китапхана дәресе өс өлөштән торҙо. Тәүге өлөшө «Әҙәби түңәрәк» тип аталды. Бергәләп түңәрәк яһап, башҡорт халыҡ әкиәте «Алтын тамсы»­ны уҡыныҡ.
Дәрестең икенсе өлөшөнә III синыф уҡыусылары (етәкселәре – Флүрә Рафаэль ҡыҙы Яруллина) саҡырылды. Быныһы «Китап уҡыусы таҫмаһы» тип исемләнгәйне. Өсөнсөләр һайлаған төрлө төҫтәге таҫмалар ярҙамын­да уларҙың ниндәй китаптарға өҫтөнлөк биреүҙәрен асыҡланыҡ. Йәшел – тәбиғәт тураһында, һары – хикәйә, күк – шиғыр, ҡыҙыл әкиәт таҫмалары ине.
Дүртенселәрҙең әкиәт уҡырға яратҡандарын белдек. Ә беренселәр һары төҫкә өҫтөнлөк бирҙе.
Ә өсөнсө өлөштөң темаһы «Үҙеңдең уҡыған китабың тураһында дуҫыңа хат яҙ» булды. Беҙ инша яҙҙыҡ. Уларҙы интернет селтәрендә ҡуйып барырға килештек.
Шулай уҡ акцияға өсөнсө синыф уҡыусылары ла ҡушылды. Улар өсөн яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың «Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр бер саҡ» китабынан алынған шиғырҙарына флешмоб үткәрелде. Яҡташ яҙыусыбыҙ Таңсулпан Ғарипованың «Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары»н алмашлап уҡынылар.
Дәрестең «Әҙәби бүлеге»нә акцияны тапшырасаҡ I синыф уҡыусылары (етәкселәре – Илүзә Нурислам ҡыҙы Әфләтүнова) килде. Улар «Музыкаль китап» уйынында ҡатнашты. «Әҙәби таяҡ»ҡа таҫма бәйләгәс, беренселәр­ҙең дә һары төҫкә өҫтөнлөк биреүҙәре асыҡланды. Улар ҙа шиғыр ярата икән.
Һуңынан беренселәр Фәрит Иҫән­ғоловтың «Яңғыраубикә» китабы буйынса фекер алышып ҡына ҡалманы, сәхнәләштереп тә күрһәтте. Бик шәп килеп сыҡты.
Акцияны артабан икенсе синыф уҡыусылары (етәкселәре – Римма Рим ҡыҙы Мырҙина) дауам итәсәк.
Бына шулай китап уҡып, рухи яҡтан байыйбыҙ йыл буйына.

Юлдаш БУЛАТОВ, йәш хәбәрсе.


Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.

Читайте нас: