+12 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
29 Март 2019, 14:48
Бүләккә – китаптар
«Бүләккә – 100 китап» акцияһы сиктәрендә Талбазы башҡорт гимназияһына Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе, филология фәндәре кандидаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Зәки Әлибаев, шағир, драматург һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, «Ағиҙел» журналының мөхәррире Салауат Әбүзәр, Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайының рәйесе Фәүзиә Юламанова һәм районыбыҙҙың билдәле шағиры, «Зәңгәр шишмә» берләшмәһенең етәксеһе Вәрис Аҡбашев килде.
Салауат Әбүзәр балаларға үҙенең йөкмәткеле шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Уҡыусылар мөкиббән китеп тыңланы.
Зәки Әлибаев ағайҙарының телде һөйөргә, һаҡларға кәрәклеге тураһында һөйләүен тыңлап, башҡорт телен үҫтереү үҙҙәренең ҡулында икәнен балалар аңлағандарҙыр, тип уйлайым. Осрашыуҙа Вәрис Аҡбашев яңы ғына ижад иткән шиғырҙарын тәҡдим итте.
Зәки Әлибаев гимназиябыҙға Зөлфиә Ханнанованың «Мин – башҡорт, тип танышығыҙ…» һәм Фәнил Бүләковтың «Торналарҙы офоҡ саҡыра» шиғыр китаптарын бүләк итте. Балаларҙы ҡыуандырып ҡайтып китте ҡунаҡтар.
Гимназиябыҙға килеп, уҡыусылар менән яҡындан аралашҡандары, бүләктәре өсөн әҙиптәргә, осрашыуҙы ойошторған район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәүзиә Ғәли ҡыҙы Юламановаға һәм яҡташ шағирыбыҙ Вәрис Аҡбашевҡа рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларға яңы үрҙәр, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Розалиә ЙӘЛИЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән