+15 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
29 Март 2019, 15:54
Һоҡландыра әхирәтем Зарина!
Был фотолағы көләс, мөләйем ҡыҙ – синыфташым һәм дуҫым Зарина Нәбиева. Беҙ уның менән Тәлғәт Рахманов исемендәге мәктәптә уҡыйбыҙ.
Асыҡ йөҙлө, иғтибарлы, яғымлы ҡыҙҙы барыбыҙ ҙа – уҡытыусылар ҙа, синыфташтар ҙа ярата һәм хөрмәт итә. Тырыштарға ғына уңыш юлдаш, тигәндәй, Зарина «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Бынан тыш, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, конференцияларҙа ҡатнашып, гел еңеүгә ирешә.
Мәктәптәге бер генә сара ла әхирәтемдән башҡа үтмәй, ул һәр ергә өлгөрә. Спорт менән дә дуҫ, баскетбол, волейбол ярыштарында үҙ командаһы менән республикабыҙҙың күп райондарында, ҡалаларында булып, ҙур уңыштарға өлгәшә, Илеш данын яҡлай.
Әүҙем тормош алып барған дуҫымдың холҡондағы эшһөйәрлек һәм ныҡышмалылыҡ уға һәр саҡ ярҙам итә. Зарина киләсәктә донъялағы иң изге һөнәрҙе һайларға теләй. Минең күҙ алдыма ул пациенттарының яратҡан табибы, үҙ эшенең оҫтаһы булып килеп баҫа. Ә әлегә синыфташыма алда торған һынауҙарҙы уңышлы тапшырыуын һәм теләгән уҡыу йортона инеүен теләйем. Аҡ юл һиңә, Зарина!
Камилла ТАЖЕТДИНОВА, XI синыф уҡыусыһы.
Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?