+1 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
29 Март 2019, 15:51
Тыуған ергә һөйөү тәрбиәләйбеҙ
Саҡмағоштағы 1-се «Миләшкәй» балалар баҡсаһында күңелле тормош геүләй. Унда аҙна һайын тәрбиәүи саралар үтеп кенә тора.
Тәрбиәселәр тарафынан ойошторолған был кисәләр кескәйҙәрҙә ватансылыҡ хистәре, тыуған ергә һөйөү, туған телгә, үткән тарихҡа, оло быуынға ихтирамлы булыуҙы тәрбиәләй.
«Рәсәй флагы көнө», «Өлкәндәр көнө», «Сәскә ат, Башҡортостаным!», «Тыуған еремә көҙ килде» кеүек байрамдар үткәрелде. Унда атай-әсәйҙәр ҙә, олатай-өләсәйҙәр ҙә әүҙем ҡатнашты.
Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ, кесе йәштән алған төплө тәрбиә уларҙы ғүмер буйына оҙата килер, бәхеттәренә юл ярыр, тип ышанам.
Илмира ХӘНӘФИНА, тәрбиәсе.
Саҡмағош районы.
Читайте нас в