Бөтә яңылыҡтар

Бергәләп китап сығарҙыҡ

Республикабыҙҙың 100 йыллығы айҡанлы «Әкиәт» балалар баҡсаһында ла төрлө саралар уҙҙы: асыҡ дәрестәр үткәрелде, күргәҙмәләр ойошторолдо.

Ә иң ҡыуаныслыһы беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләр һәм балалар менән берлектә «Әкиәт бүләк итәм» исемле китабын баҫтырып сығарыу булды. Унда илебеҙҙе данлаған шиғырҙар һәм әкиәттәр тупланыҡ, шулай уҡ кескәйҙәрҙең һүрәттәре йыйынтығыбыҙҙы биҙәне.

Яңы китабыбыҙҙың исем туйында «Айыухандың ете мөғжизәһе» исемле әкиәт сәхнәләштереп күрһәтелде. Был әҫәрҙең сценарий авторы – тәрбиәсе Раушания Рәфҡәт ҡыҙы Хәзиева.

Бына шулай беҙ балаларҙы бәләкәстән үк рухлы, телһөйәр һәм илһөйәр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ.


Әлфиә ВИЛДАНОВА.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: