+25 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
12 Апрель 2019, 15:49
Уларҙы бейеү дуҫлаштырҙы
Беҙҙең гимназияла һәләтле балалар бихисап. Мин һеҙҙе бөгөн VI «Б» синыфында уҡыусы Асия Ғәлләмова, Азат Муллабаев, Софья Филиппова, Радмила Смаковалар менән таныштырырға булдым. Улар уҡыуҙа ла һынатмай, синыфтан тыш сараларҙа ла әүҙемдәр.
Синыфташтар һәр ерҙә лә бергә: бер белем усағында уҡыйҙар, балалар сәнғәт мәктәбендәге хореография бүлегенең «Бейеү формулаһы» коллективында шөғөлләнәләр. Улар билдәле хореографтар – Ирина һәм Николай Плотниковтар, концертмейстер Оксана Миронова етәкселегендә бейеү сәнғәте серҙәренә төшөнә. Коллективтары менән халыҡ-ара, республика, район кимәлендә үткәрелгән фестиваль, мәрхәмәтлелек акцияларынан да ситтә ҡалмай, һәйбәт уңыштарға өлгәшәләр. Мәскәүҙә «Рәсәй таланттары» бәйгеһендә еңеүсе булһалар, республика буйынса «Афарин» конкурсында икенсе урынға сыҡтылар. «Илһам» ижади ярышында Гран-при алдылар. Күптән түгел ҡала мәҙәни ял үҙәгендә Башҡортостандың 100 йыллығына, Орджоникидзе районының юбилейына арналған ҙур концертта ла ҡатнашып, тамашасы һөйөүен яуланылар.
Репертуарҙарындағы башҡорт, татар, мари, ҡытай халыҡ, хип-хоп стилендәге бейеүҙәре һәр кемдең күңеленә хуш килә. «Дуҫлыҡ», «Һабантуй», «Сәксәк», «Шаян ҡыҙҙар», «Ҡала балалары» – шуларҙың бер өлөшө генә. 6 – 7 йәштән генә бейеүгә йөрөй башланған был балалар күп нәмәгә өйрәнеп, хәҙер үҙҙәре лә кескәй бейеүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә ала.
Асия, Азат, Радмила, Софья һәм егерменән артыҡ бала бер татыу ғаиләгә әйләнде, тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫтыр. Сөнки бейеү уларҙы берләштерҙе, уңыштар, уңышһыҙлыҡтарҙы бергә кисерергә өйрәтте. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаһалар ҙа, бейеү менән дуҫ булып ҡалырҙар, тип ышанғы килә. Яңы үрҙәр яуларға яҙһын һеҙгә, йәш таланттар!
Айһылыу ШӘЙБӘКОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?