+12 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
17 Май 2019, 14:18
Мин – Таштуғай ҡыҙы!
Был донъяла һәр кемдең үҙенә генә яҡын һәм ҡәҙерле төйәге була. Үҙенең тупрағы, наҙлы елдәре, саф һауаһы, сылтыр шишмәләре менән ул кеше күңелендә ғүмерлек урын ала. Инәйем һөйләүенсә, кеше ҡайҙа ғына китһә лә, тыуған яҡ барыбер һағындыра, үҙенә тарта һәм саҡыра.
Минең тыуып үҫкән ерем – йырҙарҙа данлап йырланған йәмле Таштуғай ауылы. Алыҫтан ул бер ҡаҙан эсендә ултырған кеүек күренә. Ә тирә-яғын уратып алған бейек тауҙар тыуған ерен һаҡлаған батыр егеттәрҙе күҙ алдына килтерә. Ауылым шулар уртаһында тыныс ҡына йоҡоға талғандай. Таштуғай янынан зәңгәр таҫма булып, арымай-талмай Таналыҡ йылғаһы аға. Уның һыуы шундай саф, таҙа һәм йомшаҡ. Йәйҙең эҫе көндәрендә дуҫтарыбыҙ менән йылға буйына йүгерәбеҙ. Ауылдаштарым ғына ла түгел, бында хатта күрше Ырымбурҙан, Ҡаҙағстан далаларынан да килеп ял итәләр, балыҡ тотоп кинәнәләр.
Ауылымда бик тырыш кешеләр йәшәй. Беҙҙә тик башҡорттар ғына көн итә. Барыһы ла саф башҡорт телендә матур итеп һөйләшә.Төрлө байрамдар үткәрелә. Унда өлкән инәй-олатайҙар үҙебеҙҙең милли йолаларыбыҙҙы өйрәтә. Иптәштәрем менән һәр саҡ был байрамдарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәнергә тырышабыҙ. Сөнки беҙ ошо гүзәл, мөғжизәгә бай тыуған еребеҙҙең киләсәге бит.
Башҡортостаныбыҙҙың ҡайһы ғына төбәген алып ҡарама, һәр береһе үҙенсә гүзәл һәм ғәжәйеп. Юҡҡа ғына еребеҙҙе ожмахҡа, Швейцарияға тиңләмәйҙәр. Бейек-бейек тауҙары менән һоҡландырған Белорет, Йылайыр, шаулап үҫкән урманға бай Бөрйән, Учалы, йылға-күлдәре күп Әбйәлил – барыһы ла иҫ китмәле бит!
Ғаиләбеҙ менән ҡунаҡҡа йөрөргә яратабыҙ. Тик ҡайҙа ғына барһам да, гел дә һағынып, талпынып ҡайтам тыуған районыма. Заманында әллә күпме билдәле кешеләрҙе үҫтергән бит ул ошо ер. Мәҫәлән, билдәле актёр Хөрмәтулла Үтәшев, Ғәзим Шафиҡов, Ҡәҙим Аралбай, Фәрзәнә Аҡбулатова, Ишморат Илбәков һәм башҡалар. Хәйбулланың тәмле һыуын эсеп, саф һауаһын һулап, урман-ҡырҙарынан илһам алып йәшәгән улар. Тыуған төйәгебеҙ өсөн генә түгел, ә гүзәл Башҡортостаныбыҙ өсөн әллә күпме бөйөк эштәр башҡарғандар, тырышып йәшәгән һәм эшләгәндәр. Шундай моңло, бай ерҙә тыуып үҫеүем һәм данлы башҡорт халҡының ҡыҙы булыуым менән бәхетлемен!
Мәҡәләмде яратҡан шағирәм Зөлфиә апай Ханнанованың шиғри юлдары менән тамамлағым килә:
Үтәйемсе атта елеп
Тау-урманды, ялан-ҡырҙы.
Саялығым нәҫелемдән,
Мин бит әле – башҡорт ҡыҙы!
Лиана РАХМАНҒОЛОВА.
Хәйбулла районы, Подольск мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән