+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Тарих яҙабыҙ» дауам ителһен ине

Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Йәншишмә» ойошторған «Тарих яҙабыҙ» конкурсында гимназиябыҙҙан да бер төркөм уҡыусылар ҡатнашты.

Бәйге, әлбиттә, еңелдән булманы: тау-йылғаларҙың фотоларын да ебәрергә, ер-һыу атамалары тураһында ололарҙан да һорашырға, архивтарҙа ла эҙләнергә, музейҙарҙағы мәғлүмәттәр менән дә эштәребеҙҙе байытырға кәрәк ине.

Ер-һыу атамалары – тарихтың өнһөҙ шаһиттары. Карталарҙа ла, бер ҡайҙа ла теркәлмәгән, бер ауыл халҡы ғына белгән тау, йылға, шишмә исемен беҙ өйрәнергә, белергә тейешбеҙ. Һәр һуҡмаҡ, соҡор, йырындар ҙа бит тарих һаҡлай. Улар ошо ерҙә элек-электән йәшәгән халыҡтың үткәне менән бәйле. Шуға ла ер-һыу атамалары тарихын яҙып алыу – һәр кемдең бурысы, бик кәрәкле эш.

Гәзит биттәрендә баҫылған тиҫтерҙәребеҙҙең мәҡәләләрен ҡыҙыҡһынып уҡыныҡ, үҙебеҙ өсөн күп фәһемле мәғлүмәттәр алдыҡ. Беҙҙең гимназияла республикабыҙҙың төрлө райондарынан, Ырымбур өлкәһенән дә балалар уҡый. Мәҫәлән, Әҙилә Намаҙғолова Күгәрсен районы Дауыт-Ҡайып ауылындағы йыл­ға, күл, ҡаялар тарихтары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе яҙып ебәрҙе. Элина Бәширова Көйөргәҙе районы Түбәнге Мотал ауылы, уның тирә-яғындағы ер-һыу атамалары тураһында «Ауыл бөт­һә лә, легендалар йәшәй» тигән мәҡәләһе менән был конкурста ҡатнашты. Ә мин үҙем Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин-Бесәнсе ауылы яғындағы топонимика тураһында яҙҙым.

Был конкурста күптәр бүләк алып ҡыуанды. Элинаның мә­ҡәләһе йөкмәткеһенең бай булыуы менән айырылып тора ине. Шуға уға башҡорт ҡыҙҙарының боронғо биҙәнеү әйбере (бөгөн модала булған) – селтәр бүләк ителде. Әҙилә менән миңә Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Беҙ өсөбөҙ ҙә – Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙы Рәжәпова етәкләгән йәш журналистарҙың «Ру­хи мираҫ» түңәрәге ағзалары.

Ошо конкурста ҡатнашырға илһамландырған етәксебеҙ Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙына, шулай уҡ «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең бер теләгебеҙ бар: «Тарих яҙабыҙ» конкурсы артабан да төбәк-ара кимәлдә дауам ителһен ине. Тарихи Башҡортостан ерендә йәшәгән тиҫтерҙәребеҙҙең дә ер-һыу атамалары тураһындағы мәҡәләләрен ҡыҙыҡһынып уҡыр инек.

Гөлдәриә ҒАЙСИНА, «Рухи мираҫ» түңәрәге ағзаһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: