+15 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
17 Май 2019, 14:37
Урам сәхнәһендә – кескәйҙәр!
Мәктәптән ҡайтып инһәм, өй эргәһендәге бағанала ниндәйҙер ҡағыҙ эленеп тора. «Һеҙҙе 9 май 18:00 сәғәттә Салауат Юлаев урамы балалары күңелле тамашаға саҡыра», тигән белдереү ҡалдырып киткәндәр икән.
Һуңғы ваҡытта кескәйҙәрҙең урамда велосипедта елдереп, туп тибеүҙәре һирәгәйә башланы. Баҡтиһәң, улар уйынды бер аҙ ситкә ҡуйып, байрамға әҙерлек башлаған икән. Мәктәптән, балалар баҡсаһынан ҡайтып бөттөләрме – араларындағы өлкәнерәктәр Байрас ағайҙың баҡсаһына урамдағы 25-кә яҡын баланы йыйып, геү киләләр.
Бөгөн киске сәғәт 6 тулыуға ҡарай урамдан ҡыҙҙар һәм малайҙар байрамса кейенешеп, шат йылмайып китеп тә бара ине. Оҫта ҡуллы ҙурыраҡтары тамашасылар өсөн эскәмйә лә эшләп ҡуйған. «Сәхнә»һен дә үҙҙәренсә матур итеп биҙәгәндәр, хатта «гримёр бүлмәләре» лә бар бит әле. Алып барыусы Фирзәлиә килгән атай-әсәйҙәрҙе, өләсәйҙәрҙе Еңеү байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлап, изге теләктәрен еткергәс, концерт башланып та китте. Артистарҙың тамашаһынан һис кенә лә ҡалышмай! Ҡунаҡтарға дәртле йыр, бейеүҙәр, шиғырҙар ғына тәҡдим итеп ҡалманылар, кескәйҙәр көләмәстәрҙе лә оҫта сәхнәләштереп күрһәтте.
Тормош мәшәҡәттәренән бер аҙға ғына булһа ла арындырып, күңелле ял минуттары, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк иткәндәре өсөн ололар рәхмәт әйтеп, яҡшы кәйефтә таралышты. Бәләкәстәрҙең дә күҙҙәрендә осҡон сатҡыһы, күңелдәрендә дәрт ине. Римма һәм Земфира апайҙары таратҡан күстәнәстәр менән һыйланып, ҡыуанышып ҡайтып киттеләр.
Был кескәй тамашанан һуң, киләсәгебеҙ – ышаныслы ҡулдарҙа, тип шатланырға ғына ҡала. Дер һелкетеп алдығыҙ бит урамды! Артабан да балалар тауышынан ауылыбыҙ гөрләп торһон. Афарин, ҡыҙҙар, малайҙар!
Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?