-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күҙ теймәһен Айтуғанға, ғашиҡ булған ҡурайға!

Иҙел башындағы беҙҙең Яныбай Хамматов исемендәге уҡыу йортон юҡҡа ғына «йырсы гимназия» тип атамайҙар. Был белем усағында йыр-моңға ғашиҡ балалар бик күп. Шуларҙың береһе – XI синыф уҡыусыһы Айтуған Заһитуллин.

Суверенитет бүләге булып асыл­ған гимназияла ул I синыфтан алып уҡый. Рәхәтләнеп үҙ телендә аралаша, милләте данын арттырып, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Ҡурай моңона булған һөйөү егеткә нәҫелдән тапшырылған. Бабаларының ҡулынан ҡурай төшмәгән. Атаһы Азамат уҙаман да улын гармун тартып бейеткән. Ә II синыфта Айтуған Дамир Басир улының ҡурай түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә башлай.
Ҡыраҡа тауҙарында үҫкән ҡарағайҙарҙай һомғол буйлы әңгәмәсем, инде байтаҡ тәжрибә туп­лап өлгөргән ҡурайсым, бала саҡ хыялдары менән ихлас бүлеште: «Ябай ғына, еңел генә көпшәнән йүгерек гөрләүектәр моңо ағылыуы мине хайран итә килде. Туҡта әле, ҡыш та мин шаян гөрләүекте янымда ҡалдыра, ҡоштарымды йырлата, аттарымды кешнәтә алам бит ул, – тигән уй тынғы бирмәне. – Барыһын да үҙемә ҡаратып, моңома арбап алғым килде. Үҙемде ҙур сәхнәлә, аяҡтарымды ныҡ баҫып, күкрәгемде киреберәк торғандай итеп хис иттем. Залдағылар күҙе – һиндә, себен осҡан тауыш та ишетелмәй, һәр кем йотлоғоп тыңлай... Аҙаҡ көслө алҡыштар... Ҡул сабыуҙарҙа гөрләүек йыры ишетәсәкмен…»
Эйе, Айтуғандың уйҙары тормошҡа ашты. Ныҡышмаллығы ярҙам итте, бөгөн ул маҡсатына иреште. IV синыфтан алып сәхнәләрҙән төшкәне юҡ. Гимназиябыҙ уҡыусыһының өлгәшкән ҡаҙаныштары – беҙҙең дә оло шатлығыбыҙ. Бер нисә йыл рәттән ҡатнашып, Шығай ҡурайсыһы Таип Латипов исемендәге бәйгелә Гран-при ҙа яуланы. Учалы, Өфө ҡалаларында уҙғарыл­ған йәш музыканттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында призлы урын алып һөйөндөрҙө. Башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусылар­ҙың төбәк-ара бәйгеһе лауреаты. Үҙе менән бергә ансамблдә гармунда уйнарға атаһын да ҡыҙыҡһындырҙы ул.
Республика кимәлендә ойошторолған төрлө сараларҙа инсценировкаларҙа уйнау өсөн дә Айтуған­ға күҙ төбәп торабыҙ. Синыфташтары уны ихтирам итә. Үҙе лә кеселекле, ярҙамсыл. Гитара ҡылдары серенә лә төшөндө. Әҙәби китаптар уҡыуҙан йәм таба, тәби­ғәттән көс ала, таштар донъяһы менән мауыға.
Сығарылыш синыфы уҡыусыбыҙҙың яҡты маҡсаттарына ирешеүен теләйбеҙ. Сәскәләр бәйләме тотоп, киләсәктә ул ойошторор концерттарға йөрөргә өмөтөбөҙ ҙур. Ҡулыңдан ҡурайың төшмәһен, халҡыбыҙ моңонан илһамланып йәшә, Айтуған!

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА, йәш хәбәрселәр түңәрәге етәксеһе.
Белорет ҡалаһы,Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: