-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Йыр булһын юлдашым!"

Өфө ҡалаһының 48-се башҡорт лицейында «Йыр булһын юлдашым!» исемле конкурс үтте. Ул Башҡортостандың һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилей­ҙарына арналды. Бәйгелә V – XI синыф уҡыусылары, уҡытыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре әү­ҙем ҡатнашты.

Йырҙар башҡорт һәм татар телдәрендә яңғыраны. Конкурста «Вокал», «Дуэт», «Ансамбль» номинациялары булдырылған ине. Һәр бер ҡатнашыусы асыҡ сағыу төҫлө костюмдары, көслө тауыштары менән айырылып торҙо. Тамашасылар бигерәк тә «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», «Йылғалар төнөн һөйләшә», «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә», «Уҡытыусыма», «Аҡтаныҡ» йырҙарын бирелеп тыңланы, хатта ҡушылып йырланы.
Иң-иңдәрҙе һайлап алыу баһалама ағзаларына бик ауырға тура килде. Сөнки конкурсанттар бик көслө генә ине. Айы­рым башҡарыусылар араһында 129-сы мәктәптән Марсель Закиров менән Ксюша Зәйнуллина Гран-приға лайыҡ булды. Вокал коллективтарынан беренсе урынды 64-се гимназия уҡыусылары яуланы.
Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр араһында ла бәйге ҡыҙыу барҙы. Шулай итеп, абруйлы жюри Гран-приҙы 82-се гимназияның музыка уҡытыусыһы Илмира Мөхәмәтйәноваға бирергә ҡарар итте. Беренсе урынды 102-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Әминева алды. «Дуэт» номи­нацияһында сағыу костюм­дары, моңло йырҙары менән 221-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Алина Лоҡманова менән Ләйсән Рәжәпова еңеүсе булды, ә II урынды беҙ Айһылыу Шәйбәкова менән яуланыҡ.
Читайте нас: