+19 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
14 Июнь 2019, 12:28
Китапханала – ғаилә экологияһы үҙәге
Тәбиғәтте һаҡлау – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Быны яҡшы аңлап, 47-се моделле балалар китапханаһы нисәмә йылдар инде «Шишмә» ғаилә экологияһы үҙәге йүнәлеше буйынса эш алып бара.
Йәш китап уҡыусылар ата-әсәләре менән бергә был проектта әүҙем ҡатнаша. Тирә-яғыбыҙҙы һаҡлау буйынса төрлө эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, йыл һайын китапхана эргәһендәге сүп-сарҙы йыябыҙ, Шаҡша биҫтәһендәге Павел шишмәһен таҙартабыҙ, ҡоштарға тағараҡтар яһайбыҙ, экологик акциялар үткәрәбеҙ, сәскәләр ултыртабыҙ.
Быйыл да китапхана баҡсаһында эш гөрләй генә. Иң беренсе түтәлдәр ҡаҙылды. Улар өҫтөнә яңы тупраҡ һалдыҡ. Китапхананың эргә-тирәһен матурлау өсөн яҙ башынан сәселгән төрлө сәскә үҫентеләрен түтәлдәргә күсереп ҡуйҙыҡ. Эш бөтмәгән әле, кескәй дуҫтарыбыҙ һәм атай-әсәйҙәр менән ҡарағай үҫентеләре ултыртып, «Ғаилә аллеяһы» ла булдырырға уйлайбыҙ.
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?