-3 °С
Ҡар
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
12 Июль 2019, 12:54
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ хыялдар, теләктәр донъяһында
Мәктәпкәсә йәштәгеләр бик хәрәкәтсән һәм әүҙем була. Был балаларҙы тирә-йүндәге бар нәмә ҡыҙыҡһындыра, барыһын да белгеләре, аңлағылары килә. Кескәйҙәрҙе уйларға, фекерләргә, ижад итергә өйрәтеү, һәләттәрен ваҡытында асыҡларға ярҙам итеү, уларҙы артабан һәр яҡлап үҫтереү йәһәтенән беҙҙең «Йәйғор» балалар баҡсаһы педагогтары уңышлы эшләй.
Елена Васильевна Күсәкова алып барған робототехника түңәрәгендә шөғөлләнгән балалар ике йыл рәттән Өфөлә үткән «ИКаРёнок» робототехника фестивалендә уңышлы сығыш яһаны. Әйткәндәй, Аҡъярҙа уҙған «Инженер белеме – киләсәк быуынға» тип аталған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияла төҙөү, программалау буйынса үҙ белемдәрен күрһәтеп, беҙҙә буласаҡ инженерҙар тәрбиәләнеүен дәлилләнеләр.
Ғаилә һәм балалар баҡсаһы араһында мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өҫтөндә даими эш алып барыла. Педагогтар ата-әсәләр өсөн проекттар, семинар, бәйгеләр үткәреп, балаларының һәләттәрен асыҡларға ярҙам итә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйтмешләй: «Балалар донъяһы – үҙенә бер төрлө ул. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ хыялдар,теләктәр донъяһы. Балалар, ғәҙәттә, ололар күрмәгәнде күрә, ололар ишетмәгәнде ишетә. Үҙҙәренсә бер серле, тылсымлы донъя тыуҙыралар. Реаль ауырлыҡтарҙы күреп, бала ни эшләргә белмәй аптырап ҡалмаһын, яңы асыштар яһарға тырышһын, үҙенең бала сағындағы хыялдарын, ынтылыштарын онотмаһын».
«Йәйғор»ҙа тәрбиәләнгән балалар киләсәктә үҙҙәрен белемле, яңылыҡҡа ынтылыусан, һәләтле шәхес итеп танытыр, тип уйлайым. Әлбиттә, беҙҙең ярҙам менән инде.
Йәмилә ХӘЙБУЛЛИНА, башҡорт теле уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән