-5 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
12 Июль 2019, 12:20
Бейеүҙәренә лә, кейемдәренә лә һоҡландылар!
Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары Зөлхизә Арыҫланова, Әҡлимә Әбүбәкирова, Гөлдәриә Рафиҡова, Айһылыу Ҡоланбаеваларҙың Сибай ҡалаһының сәнғәт мәктәбенә йөрөп, «Мәликә» өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнеүҙәренә дүрт йыл инде.
Ошо ваҡыт эсендә бик күп конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яуланылар, ауылда, Сибай ҡалаһында үткән концерттарҙың, төрлө сараларҙың биҙәге булдылар.
Былтыр уҡыу йылын тамамлағас, «Байыҡ» бәйгеһендә лауреат исемен алһалар, быйыл иһә Азов диңгеҙе буйында Кучугуры ҡасабаһында үткән Бөтә Рәсәй бейеүселәр фестиваль-конкурсында лайыҡлы рәүештә Башҡортостаныбыҙҙың данын яҡлап, еңеү менән шатланып ҡайттылар. Сағыу, йөкмәткеле бейеүҙәре менән башҡорт милләтенең тарихын, тормошон бик оҫта итеп күрһәттеләр. Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына, уларҙың кейемдәренә, оҫта бейеүҙәренә күптәр һоҡланды. Төрлө ҡалаларҙан, хатта Грузия иленән килгән абруйлы жюри ағзалары үткәргән оҫталыҡ дәрестәренә йөрөп, сертификат алырға ла өлгөрҙөләр. Сит яҡтар ни тиклем матур булмаһын, үҙебеҙҙең Башҡортостанды һағынып ҡайттылар.
Уҡыусылар ата-әсәләренә, үҙҙәренең бейеү етәкселәре Михернисо Хаджи ҡыҙы Маматоваға сикһеҙ рәхмәтле.
Фәнүзә РАФИҠОВА.
Баймаҡ районы, Йәнйегет ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән