+31 °С
Ясна
VKOKМакс

Музейыбыҙ менән башҡалар ҙа ҡыҙыҡһына

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында Зөмәрә Хисмәтуллина исемендәге музей эшләй. Ул 1977 йылда Зөмәрә Вәли ҡыҙы тырышлығы менән барлыҡҡа килә. Бында бай ҡомартҡылар тупланған.


География уҡытыусыһы бар ғүмерен тарихҡа, башҡорт мәҙәниәтенә бағышлай, хеҙмәте өсөн Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы була. Уның етәкселегендә 40-тан ашыу поход ойошторола, уҡыусылар Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләренә барып, борон башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙе күрә. Салауат Юлаевтың эҙҙәре буйлап, Салауат районынан алып Палдиски ҡалаһына тиклем сәйәхәт ҡылалар.

Тарихсылар музейҙы тулыландырыу өсөн башҡорт халҡы тураһындағы барлыҡ мәғлүмәттәрҙе бөртөкләп йыя. Тап ошо сәфәрҙәрҙән һауыт-һаба, боронғо биҙәүестәр, китаптар, ҡоралдар, төрлө хайуандарҙың һөйәктәре уҡыу йортона алып ҡайтыла. Кәштәләр тулыланғас, бөтә булған тарихи ҡомартҡылар менән гимназия музейын Татарстан, Сыуашстан, Марий-Эл республикаларына күргәҙмәләргә алып баралар. 1987 йылдан алып музейҙы төрлө төбәктәрҙән – Америка, Венгрия, Мозамбик, Төркиә, Дания, Голландия, Монголиянан да күрергә килә башлайҙар.

Зөмәрә Вәли ҡыҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2009 йылда яҡты донъянан китә һәм артабан эште, етәксе булараҡ, Рәмил Мөхтәр улы Ғайсин алып бара. 2018 йылда музей тарих уҡытыусыһы Сулпан Рәфим ҡыҙы Хәмиҙуллина ҡулына күсә.

Бөгөн дә музейҙа экскурсиялар, күргәҙмәләр ойошторола, яңы проекттар уйлап сығарыла, эҙләнеү эштәре алып барыла. Ошо йылда ғына Ханты-Манси яҡтарынан да килделәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы ла беҙҙән башланып китте.

Уҡыусылар ҙа музей менән бик ихлас ҡыҙыҡһына, ундағы тарихи экспонаттар менән таныша, килгән ҡунаҡтарға экскурсия үткәреүҙә ярҙам итә. Белем алыусыларын тарих менән яҡыныраҡ таныштырыр өсөн гимназия хеҙмәткәрҙәре барыһын да эшләй һәм был бик тә дөрөҫ юл, тип уйлайым. Сөнки киләсәк тап йәш быуындың ҡулында, уларға патриотик тәрбиә биреү бигерәк тә мөһим.

Айгүзәл ВӘЛИЕВА.

Өфө ҡалаһы. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас