+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яңы үрҙәр, еңеүҙәр һеҙгә!

Йыр йөрәкте дәртләндерә, хыялдарға ҡанат ҡуя. Ә бейеү сәнғәтенең дәртле көй­ҙәре, ҡарап туйғыһыҙ ҡатмарлы хәрәкәттәренә оло мәғәнә һалынған. Районыбыҙҙа был йүнәлештә һәләтле балаларға шөғөлләнергә мөмкинлектәр бик күп. Мәҙәниәт идараһы ла күп эштәр башҡара.


Аҡъяр сәнғәт мәктәбенең «Йондоҙ­соҡ» өлгөлө балалар бейеү ансамбленә дәрт­ле малайҙар һәм ҡыҙҙар сәләмәт тор­мош, яңы дуҫтар эҙләп килгән. Улар интернет селтәре аша түгел, ә бер-береңде күреп, ихлас аралашыуҙы өҫтөн күрә.

Бейеү ул – фәлсәфә. Шуға күрә уның серҙәренә өйрәтеүсе балетмейстер тарихты, ер-һыу атамаларын, легендаларҙы, ғөмүмән, халыҡтың мираҫын белергә тейеш. Тап ошондай сифаттарға эйә «Йондоҙсоҡ» өлгөлө балалар бейеү ансамблен етәкләүсе Альбина Камалетдинова. Тормош ҡуйған ауыр һынауҙарға бирешмәй, талантлы хореограф быйыл да яратҡан бейеүселәре менән бик күп юғары уңыштарға өлгәште.

– Мин үҙемде күп балалы әсәгә тиңләйем, – ти ул йылмайып. Сөнки төрлө уй-ҡарашлы, төрлө холоҡло балаларҙы бейеү сәнғәтенә һөйөү берләштерә. Эйе, ситтән күҙәткәндә, тәү ҡарашҡа балаларҙың яуап таба алмаҫлыҡ һорауҙарын, уларҙың үҫмер саҡтарындағы тиҙ үҙгәреүсән кәйефтәрен бик яҡшы аңлай етәкселәре. Баҫалҡы тауыш менән, әсәләрсә дөрөҫ юл күрһәтеп, кәңәштәрен бирә. Шуға күрә ҡыҙҙар һәм малайҙар бейеү түңәрәгенә ҙур теләк менән йөрөй.

Апрель айында «Йондоҙсоҡ» өлгөлө балалар бейеү ансамбле «New stars» IV Халыҡ-ара конкурс-фестивалендә ҡат­нашып, I урын яуланылар. Ә етәкселәре­нә еңеүсе балаларҙы тәрбиәләгәне өсөн Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. «Байыҡ – 2019» телевизион бәйгеһендә лауреат исеменә лайыҡ булып, V Бөтә донъя Ҡоролтайына ла саҡырыу хаты алдылар. «Самрау-шоу» фестивалендә уңышлы сығыш яһап, күңелле ял да иттеләр.

Оло юлда балаларҙы оҙатып алып йөрөүсе ата-әсәләребеҙҙең береһе – Гөлназ Байғужина балаларҙың шул хәтлем бер-береһенә иғтибарлы, ихтирамлы булыу­ҙарына хайран ҡалып һөйләй. Үҙ-ара дуҫтарса мөнәсәбәттә булыуҙарына, уйын-көлкө яратыуҙарына, халыҡ алдында үҙҙәрен әҙәпле тота белеүҙәренә лә бик һоҡланған. Бәләкәстәрҙең коллективтың ни­мә икәнен яҡшы аңлауҙары ла ҡыуандыра.

Йәйге ялдарын да балалар ата-әсәләре менән бергә Һаҡмар буйында башлап ебәрҙе. Төрлө уйындар уйнап, рәхәтләнеп һыу инеп, каникулға бер-береһенә яҡшы теләктәр теләп, таралыштылар.

– Эш, тип янып йөрөп, бәләкәстәремдең үҫкәнен дә күрмәй ҡалғанмын. Улар минең тормошомдоң мәғәнәһе, – ти Альбина Ишбулат ҡыҙы.

Ул ата-әсәләргә, сәнғәт мәктәбе дирек­торы Байрас Ғәлим улы Әминевкә ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Сәнғәткә ғашиҡ булып үҫеп килеүсе йәш быуынға аяҡ-ҡулдарының бер ҙә талмауын, тамашасыларҙы яңы дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандырып тороуҙарын теләйем. Йәмле йәйҙә рәхәтләнеп ял итеп, яңы көс һәм дәрт йыйып, киләһе уҡыу йылын ҡаршылағыҙ! Киләсәктә лә бейек үрҙәр, яңы еңеүҙәр һеҙгә!


Гөлназ ТИМЕРБАЕВА.
Хәйбулла районы, Татырүҙәк ауылы.

Читайте нас: