+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
6 Сентябрь 2019, 14:13

Мәңге иҫтә ҡалыр

Быйыл миңә «Йәйләү» лагерында ял итеү бәхете тейҙе. Унда үткән көндәрем мәңгелеккә хәтеремдә ҡаласаҡ.

«Йәйләү»ҙә Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан йыйылған 80 уҡыусы ял иттек. Мәскәү, Һамар, Силәбе, Ырымбур, Пермдән һәм Татарстандан да барҙар ине. Төрлө яҡтан булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бик тиҙ дуҫлашып алдыҡ.

Мин «Әйле» ырыуы вәкиле булдым. Ете генә малай инек: Баязит, Илнур һәйбәт итеп ҡурайҙа уйнаһа, Рәмил менән Вилдан – артистар, Айҙар менән Сыңғыҙ – футболсылар. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар яҡтан да килгән, һәләтле, аҡыллылар.

Лагерҙа ваҡытыбыҙ ҡыҙыҡлы уҙҙы. Көн дә ниндәйҙер бер сара ойошторолоп торҙо. Шәжәрә байрамы, һабантуй, «Иң ҡыйыу батыр», «Иң ҡыйыу ҡыҙ» бәйгеләре бигерәк тә оҡшаны. Иң мөһиме – уларҙың барыһы ла башҡорт телендә ине. Рәхәтләнеп үҙебеҙсә аралаштыҡ. Күренекле ағай, апайҙар менән дә осрашыу матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Төрлө түңәрәктәр ҙә эшләне.

«Йәйләү»ҙе ойоштороусыларға, әйҙәүселәргә, директорыбыҙ Марат ағайға ҙур рәхмәт! Уларға артабан да эштәрендә уңыштар теләйем.


Фәтих МИҺРАНОВ.
Өфө ҡалаһы, 161-се мәктәп.

Төркиәне күреп ҡайттым


Ура, мин йәйгеһен сит илгә барып ҡайттым! Июль айында ғаиләбеҙ менән Төркиәлә булдыҡ. Уның тәбиғәте әсир итте: күккә олғашҡан тау­ҙары, көслө тул­ҡынлы диңгеҙе, оҙон, олпат олонло пальмаһы, ҡырсынташлы ярҙары һәм ҙур зәйтүн ағасы плантациялары. Беҙ «Delрhin Resort» тигән отелгә урынлаштыҡ.

Бөтә ерҙә таҙалыҡ күҙгә салына, дельфин формаһында фонтан күҙҙе ҡамаштыра. Иртәнге, төшкө, киске аштарға швед өҫтәле көтә ине. Аш-һыу ризыҡтарын беҙҙең күҙ алдында әҙерләйҙәр. Рәхәтләнеп һыйландыҡ. Шулай уҡ беҙ итальян һәм япон аҙыҡтарын тәмләп ҡарау өсөн ресторандарға барҙыҡ. Тәүгеһендә биҙәлеше һәм хеҙмәтләндереү оҡшаһа, икенсеһендә аштарының төрлөлөгө хайран итте.

Төркиәгә барып һыу инмәйенсә мөмкин түгел. Күләгәлә лә ҡыҙынырға була икәнен беренсе тапҡыр татыным. Тәүге көндө быны белмәйенсә ҡояшта ҡыҙынып, арҡам янды.

Был илдә иҫтәлекле урындар ҙа күп икән. Солтан Сөләймән ҡәлғәһен дә күрҙек. Кистәрен лунапаркка сәйәхәткә сыҡтыҡ. «Күҙәтеү тәгәрмәсе»нән Анталияны байҡаныҡ.

Төркиә – бик матур ил. Унда миңә ныҡ оҡшаны, әммә Башҡортостанымды һағынып ҡайттым.

Раушания МИҺРАНОВА,
VII «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө районы, Шамонин ауылы.

Читайте нас: