+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
13 Сентябрь 2019, 14:05

Бесәйҙәрем

Минең өс бесәйем бар: Алиса, Дуся, Белоснежка. Һәр береһе үҙенсә матур.

Белоснежканы Алина апайым бер әбейҙән алып ҡайтты. Ул ап-аҡ, шуға исемен оҙаҡ уйлап тормай, үҙем ҡуштым да ҡуйҙым. Бесәйем беҙгә бик тиҙ эйәләште. Мин уға йылы һөт, тәмле ит киҫәктәрен ашаттым. Белоснежка бик тиҙ үҫеп етте. Хәҙер үҙенең дә кескәй балалары бар инде. Уларға Алиса, Дуся тип исем ҡуштым. Һөттө лә ҙурыраҡ һауытҡа ҡоя башланым. Бесәйҙәребеҙ тәбиғи аҙыҡ ҡына ашай. «Вискас»ты алғаныбыҙ ҙа юҡ. Гел үҙем тәрбиәләгәс, өйгә ҡайтып инеүем була, «мыр-мыр» килеп аяғыма урала ла башлайҙар. Мин уларҙың һауытына аш, бешкән ит һалам. Туй­ғас, берәм-берәм килеп, рәхмәт әйткәндәй, иркәләнәләр.

Бесәйҙәребеҙҙең холоҡтары ла төрлө-төрлө. Белоснежка – иң тыйнағы. Ул тыныс ҡына йөрөй, сысҡан тота. Ә бына Алиса бөтәбеҙҙе лә «дауалай». Ҡайһы еребеҙ ауырта, шунда килеп ята, ҡайҙан беләлер инде? Атайымдың арҡаһы, биле ауыртып ыҙалай. Алиса гел уның янында йоҡларға ярата. Дуся – иң бәләкәйе. Ул бер бүлмәнән икенсеһенә йүгереп, гел шулай уйнарға ярата. Өләсәйем бәйләменә тотонһа, шатланып, йомғаҡты тәгәрәтергә керешә. Бер ҙә тик тора белмәй.

Мин бесәйҙәремде ашатам, уйнатам, йыуындырам, үҙҙәрен бик яратам. Улар менән күңелле.

Карина МОРТАЗИНА.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.


Читайте нас: