+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
13 Сентябрь 2019, 14:41

Карина бөтәһен дә һоҡландыра

Һәр мәктәптең йөҙөн, асылын билдәләрҙәй уҡыусылар була. Беҙ­ҙең Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында ла ундай уҡыусылар байтаҡ.

Шундайҙарҙың береһе – XI «А» синыфында белем алыусы Карина Ырыҫҡужина. Төрлө фәндәр буйынса уҙғарылған мәктәп, район олимпиадаларында V синыфтан ҡатнашып килә. Тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшкән ҡыҙ математика, тарих, биология, Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы, инглиз һәм урыҫ телдәре буйынса бәйгеләрҙә еңеү яуланы. Ә инде башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика, төбәк-ара кимәлендә ойошторолған олимпиадала призёр исеменә лайыҡ булды.

Карина 2016 йылда музыка мәктәбенең скрипка синыфын да тик «бишле» билдәләренә тамамланы. Магнитогорск ҡалаһында балалар араһында башҡорт, татар музыка сәнғәте буйынса уҙған 20-се төбәк-ара фестиваль-конкурсында ҡатнашып, I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Хеҙмәт дәрестәрен дә көтөп ала ҡыҙ. Был фәндән бәйгеләрҙә лә көсөн һынай. Бәйләү, тегеү кеүек һөнәрҙәргә һөйөү уға әсәһенән – урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Ринат ҡыҙынан күскән, тиергә мөмкин. Уҡытыусыһы Зилдә Сә­ғәҙей ҡыҙы Ғибәҙәтова әйтеүенсә, ныҡ оҫтарып алған Карина. Күргәҙмәгә ҡуйылған ҡул эштәре һәр кемде һоҡландыра.

Өй, баҡса эштәрендә генә түгел, ҡустыһы Арыҫланға уҡыуҙа ла ярҙам итергә өлгөрә. Уңған ҡыҙҙы мәктәптә лә хөрмәт итәләр.
Читайте нас: