-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
27 Сентябрь 2019, 12:13

Мостай рухы йәшәй күңелдәрҙә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан баш ҡалабыҙҙың 30-сы моделле балалар китапханаһында төрлө саралар уҙғарыла.


Шундайҙарҙың береһе «Ғүмер миҙгелдәре» тип аталды. Кисәбеҙ бөйөк шағирыбыҙ һүҙҙәренә яҙылған «Уҡытыусыма» йыры менән башланып китте. Тыуған яҡты өйрәнеү секторы мөдире Земфира Әмирхан ҡыҙы уның тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы.

Был байрамға «Респект» һәм «Аҡсарлаҡ» йәш үҫмер клубтарынан төрлө йәштәге балалар килгәйне. Улар башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә шағир­ҙың шиғырҙарын һөйләне. Ә һуңынан уҡыған әҫәрҙәре буйынса фекер алыштылар.

Кисә аҙағында балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, иҫтәлеккә фотоға төштө.

З. ХАЖИЕВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: