0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яңы таланттар асылды

«Дан минуттары» конкурсы гимназиябыҙҙа йыл да үткәрелеп килә. Һәләтле балаларға тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға, юғалып ҡалмаҫҡа ҙур этәргес булып тора ул.

Һәр бер бала үҙенсәлекле, талантлы һәм ҡабатланмаҫ шәхес. Был юлы ла беҙҙең уҡыусылар күңелгә ятышлы моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, сәхнәлә үҙҙәрен артистарса тота белеүҙәре менән һоҡлан­дырҙы.

Әйткәндәй, Наҙгөл һәм Алтынай Ибраһимовалар, Никита Люхин һәм Артур Йыһангиров моңло, халыҡсан йырҙарға күберәк өҫтөнлөк бирһә, ә бына Алина Мөтиғуллина үҙенсәлекле итеп кенә йәш быуын яратып тыңлаған заманса йыр башҡарыуы менән айырылып торҙо. Яңы ғына уҡый башлауҙарына ҡарамаҫтан, I «Д» синыфы ла ситтә ҡалманы. Улар «Беҙ – беренселәр» йырын өйрәнеп, сығыш яһап, күңелдәрҙе күтәрҙе.

Милләттәр дуҫлығы бөгөн сәхнәлә бейеүҙәр аша сағылыш тапты, тип әйтергә мөмкин. Ралина Хәбибрахманова – «Һыбайлы ҡыҙ», Азалия Ғәлина менән Камила Бүләкәрова «Ҡурай » тигән матур башҡорт бейеүҙәрен тәҡдим итһә, Аделина Сыртланова – дәртле итальян, ә Диана Ғөбәйҙуллина һәм Виктория Дергунова украин халыҡ бейеүҙәрен килештереп, һәр хәрәкәт аша ошо халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәтен, мәҙәниәтен күрһәтергә тырышты. Арина Белоусова һәм Рада Йомағолова, Арина Назарова, Нурсилә Бикбулатованың акробатик элементтар менән булған спорт стилендәге сығыштарын да һоҡланып ҡараныҡ. Афарин, ҡыҙҙар!

Һүҙ оҫталары ла етерлек икән гимназиябыҙҙа! Артём Люманов, Глеб Стрелков, Яна Лозовая, Алина Ниғәмәтова, Элина Харрасова йөрәктәргә үтеп инерлек итеп шиғыр һөйләне.

Ниндәй байрам музыкаль уйын ҡоралдарынан башҡа үтә инде? Рәүил Исламов һәм Азалия Хәмәтуллина – гитарала, Ильяс Хисаметдинов – ҡурайҙа, Алһыу Ҡыямет­динова – скрипкала, Азалия Зиннурова – синтезаторҙа, Снежана Стрижова аккордеонда уйнап, оҫталыҡтарын күрһәтте.


Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы, 102-се башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: