+9 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
14 Октябрь 2019, 12:15
«100 йыллыҡҡа – бәләкәстәрҙән 100 йомаҡ»
Быйыл беҙҙең ғәзиз республикабыҙ үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Шул ваҡиға айҡанлы, Башҡортостаныбыҙҙа бик күп саралар ойошторола: байрам кисәләре, төрлө күргәҙмәләр, конкурс-фестивалдәр. Сибай ҡалаһының «Ҡурай» балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр ҙә юбилейға үҙенсәлекле бүләк әҙерләне: улар үҙҙәре төҙөгән йомаҡтарҙы «100 йыллыҡҡа – бәләкәстәрҙән 100 йомаҡ» исемле йыйынтыҡта баҫтырып сығарҙы.
Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Ул балаларҙың тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген үҫтереү маҡсатынан ҡулланыла.Балалар баҡсаһында йомаҡ ҡойғанымды бик яраталар. Төркөмдәге иң әүҙем балалар шунда уҡ яуабын таба, ә ҡалғандары хәтерҙәрендә ҡалдыра. Ижади фекерләү һәләтен үҫтереү, телмәрен байытыу өсөн кескәйҙәрҙең үҙҙәренә лә йомаҡтар уйлап сығарырға ҡушам. Урта йәштәрҙәге кескәйҙәр махсус модель, схема буйынса төҙөргә өйрәнһә, ә өлкәнерәктәр, мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары, телдән генә әйтеп бирә.
Ғөмүмән, был алым аша бала үҙ телендә иркен һөйләшергә һәм фекер йөрөтөргә өйрәнә, уйлап сығарыу оҫталығы һәм ижади әүҙемлеге йылдам үҫешә. Киләсәктә улар төҙөгән йомаҡтар балалар баҡсалары өсөн файҙалы, ә үҙҙәре тыуған илебеҙҙе, туған телебеҙҙе һаҡлаусы, лайыҡлы алмашсылар булыр, тип ышанам.
Миләүшә МӘХМҮТОВА,
«Ҡурай» балалар баҡсаһының
юғары категориялы тәрбиәсеһе.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?