+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
18 Октябрь 2019, 15:26

Иҫтәлекле осрашыу

Өфөлә Республика көнөнә арналған тантаналар ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында ойошторолдо. Халыҡ көтөп алды был байрамды. Ошо уңайҙан республика Башлығы Радий Хәбиров «Торатау» конгресс-холында Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендәге олимпиадаларҙа еңгән, спортта яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән, төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа уңышҡа ирешкән өлкән синыф уҡыусылары менән осрашты.

Был иҫтәлекле сара Мостай Кәримдең әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмын ҡарауҙан башланып китте. Шунан инде республика етәксеһе менән яҡындан аралашыу булды. Беҙ үҙебеҙҙе борсоған, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙек. Радий Фәрит улы ихлас кеше икән. Һәр һорауыбыҙға ентекле, төплө яуап ҡайтарҙы. Ул киләсәктә баш ҡалала полилингваль, IT мәктәптәр асылыуы, төрлө яңы проекттарҙың башланасағы хаҡында һөйләне.

– Башҡортостанда булған проблема­ларҙы хәл итер өсөн төптән уйлап эш итергә кәрәк, – тине абруйлы етәксе.

Радий Хәбиров йәшәйештә мөһим булған кәңәштәр менән дә бүлеште: улар беҙгә артабан үҫергә, үрҙәр яуларға ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Йыйынға килгән бөтә уҡыусылар ҙа иҫтәлекле бүләктәр алып, республика Башлығы менән фотоға төшөп, ҙур ышаныс тойғоһо, күтәренке кәйеф менән таралышты.

Икенсе йылға яңы еңеүселәр менән ошо уҡ урында осрашыу буласаҡ. Алға, тиҫтерҙәрем! Алға, республикам!


Айгүзәл ВӘЛИЕВА, X синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: