+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
18 Октябрь 2019, 13:15

Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо

Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә ҙур талантҡа эйә булған ҡәләм оҫталарының иң атаҡлыһы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, тип һис икеләнмәй әйтергә мөмкин.

Уның ялҡынлы ижады халыҡ ихтирамын яулап ҡына ҡалманы, ә милләтебеҙҙең рухи ҡаҙанышына, ғорурлығына әүерелде. Мостай Кәрим әҙәбиәтебеҙҙең данын донъя күләменә алып сыҡты, халыҡ күңеле күгенең, поэзиябыҙҙың яҡты йондоҙо булып балҡыны. Уның исемен күптән инде яратып, үҙ итеп әйтергә өйрәнгәнбеҙ.

Беҙҙең 2-се мәктәптә бөйөк шағирыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап «Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо» тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үткәрелде. Был күркәм сарала районда тасуири шиғыр һөйләү конкурсында ҡатнашҡан уҡытыусылар һәм уҡыусылар йәнә сығыш яһаны. Кисә барышында Мостай Кәримдең шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар ҙа яңғыраны.

Ҡатнашыусылар әҙиптең ижадына оло һөйөү һәм ихтирам күрһәтте. Уның әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе ысын артистарса башҡарыуҙары һәр кемдең күңел ҡылдарын тирбәтеп, йөрәктәрен тетрәндерҙе.


Гөлназ ЙОСОПОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 2 -се мәктәп.

Читайте нас: