+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
25 Октябрь 2019, 15:51

Тарих менән киләсәкте бәйләп

1923 йылдың 10 октябре Башҡортостан пионер ойошмаһының тыуған көнө һанала. Был көндө тәүге тапҡыр пионерға алыу тантанаһы үткәрелә.

Пионерҙар дәүләткә тимер-томор, иҫке ҡағыҙ йыйыуҙа, тимур командалары ойоштороп, ололарға ярҙам итеүҙә, өмәләрҙә һәр саҡ алдынғы була. Иң яҡшы уҡығандар, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандар район, республика слёттарына саҡырыла, «Артек», «Орлёнок» кеүек Бөтә Союз пионер лагерҙарына юллама менән бүләкләнә. СССР тарҡалғанға, йәғни 1991 йылға тиклем, Владимир Ильич Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы илдәге балалар һәм үҫмерҙәрҙең иң ҙур ойошмаһы була.

Быйыл республикабыҙҙың 100 йыллығын билдәләнек. Шул айҡанлы төрлө мәҙәни-тәрбиәүи саралар үтеп тора. Беҙ ҙә ошо юбилейға арнап «Тарих менән киләсәкте бәйләп» тигән байрам ойошторҙоҡ. Был кисәлә үҙебеҙҙең сығыш менән 100 йыллыҡ тарихыбыҙҙың бәләкәй генә өлөшөн сағылдырырға тырыштыҡ. Тап беҙҙең бала саҡтағыса, сәстәребеҙгә ап-аҡ таҫмалар таҡтыҡ, ап-аҡтан кейемдәр кейҙек. Мәктәптә уҡыу йылдарын, барабан, борғо тауыштары менән үткән пионер дружинаһы тантаналарын иҫкә төшөрөп, «Йәш пионерҙар маршы» тип аталған пионер гимнын башҡарҙыҡ.

Бигерәк күңелле үтте байрам, бала саҡҡа ҡайтҡандай булдыҡ. Уның барышында тарихта ҡал­ған тантаналы пионер линейкаһына нигеҙләнеп, СССР заманы уҡыусыларын – хәҙерге уҡытыусыларыбыҙҙы мәктәп пенсионерҙары сафына ҡабул иттек. Улар тантаналы вәғәҙә биреп, киләсәктә лә намыҫлы һәм яуаплы булырға, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен йәш быуынға түкмәй-сәсмәй еткерергә ант итте.

Тормошҡа ашты теләгебеҙ –

Беҙ пенсионерҙар сафында.

Тантаналы вәғәҙә бирҙек

Бар ҡунаҡтар алдында, – тип юбиляр уҡытыусыларыбыҙҙың шиғыр һөйләүҙәрен бик оҙаҡ иҫкә алып һөйләрбеҙ әле.


Гөлсинә МӘҒӘФҮРОВА, китапханасы.
Хәйбулла районы, Юлбарыҫ ауылы.

Читайте нас: